+21 °С
Болотло
"Айыҡ ауыл" конкурсының планы сиктәрендә Таулыҡай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы һәм инициатив төркөм ҡыҙҙары Өфөгә "Бәхетнамә" тапшырыуына барып ҡайтты.
Тапшырыуҙа ауыл халҡының кәсептәре, эшсән, маһир ауылдаштарының булмышы, шөғөлдәре тураһында һөйләне Үрге Таулыҡай уңғандары.
"Ошо беҙҙең сәфәргә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән урындағы Ҡоролтай рәйесе Уразбаев Нияз Рәжәп улына, иртә таңдан кискә тиклем кәрәкле урындарға йөрөтөп, елдәй етеҙ алып йөрөгән водителебеҙ Азамат ағай Ғәлинға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ", - ти ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлназ Сәғәҙәтова.
"Айыҡ ауыл" республика конкурсында район намыҫын яҡлаусы таулыҡайҙарға тик уңыштар юлдаш булһын.