"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Үрге Таулыҡайҙа төрлө тематикаға ҡағылышлы саралар ойошторолоуы дауам итә. Планға ярашлы, бөгөн мәҙәниәт йортонда "Ауылымдың уңған йәштәре" исемле сара үтте.
Эйе, ауыл киләсәге - йәштәр һәм йәш ғаиләләр ҡулында.
"Түңәрәк өҫтәл" дең төп ҡунаҡтары - ошо ауылда йәшәгән һәм төрлө өлкәләләрҙә эшләп йөрөүселәр, үҙ эштәрен асыусы уңған ғаиләләр. Ғаилә башлыҡтарының күбеһе ҡырҙа вахтала булыу сәбәпле, сарала ҡатнаша алманы.
"Түңәрәк өҫтәл" артындағы һөйләшеүҙе Зәки Вәлиди округы депутаты Әнүзә Таһир ҡыҙы Азаматова алып барҙы.
Йолаға ярашлы тәү сиратта һүҙ ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаевҡа бирелде. "Киләсәк - йәштәр ҡулында. Ауылдар бөтмәһен, яңы йорттар ҡалҡып сыҡһын, тормош гөрләп торһон. Йәштәргә һәм йәш ғаиләләргә беҙ һәр яҡлап терәк булырға, борсоған һорауҙарын һәр ваҡыт ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ",- тине ул.
Һөйләшеү йәнле, матур әңгәмәгә ҡоролдо. Әнүзә Таһир ҡыҙы ҡатнашыусыларға, ни өсөн ауылда төпләнеүҙәре, ауыл киләсәген нисек күҙ алдына килтереүҙәре, ғаилә тормошонда һәм эштә нисек уңышҡа өлгәшергә мөмкин кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Һәр кем үҙенә тәғәйен һорауға ентекле, тулы яуап бирҙе. Дөйөм алғанда, сәй табыны артындағы аралашыу йылы матур мөхиттә үтте.
Ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйесе Г.А. Исхаҡова һәм мәҙәни ойоштороусы А.Ф.Хәлилов ҡунаҡтарға матур моңло йырҙарын бүләк итте.
Сара һуңынан ауыл хакимиәте башлығы Ҡ.Уразбаев "Түңәрәк өҫтәл" дә ҡатнашыусыларға төрлө номинацияларҙағы таныҡлыҡ тапшырҙы.
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТрезвоеСелоБаймакскийРайонВерхнетавлыкаево
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир