Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Таулыҡайҙа матур йола дауам итә

Кискелеккә хужабикә өмәлә ҡатнашыусы туғандарын ҡаҙ итенән ауыҙ итергә саҡырҙы

Таулыҡайҙа матур йола дауам итә
Таулыҡайҙа матур йола дауам итә

Көндәр һыуына башлау менән ауылдарҙа күңелле мәшәҡәттәр башлана.
Йәй буйы көткән себештәрҙе ҙурайтып, көҙ айҙарында һимертеп, эш итеп алыр мәл етә. "Себеште көҙ һанайҙар"- тип бушҡа әйтмәйҙәр шул.
Үрге Таулыҡай ауылында йәшәүсе Сәлимә Исхаҡова уңған хужабикәләрҙең береһе. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сәлимә апай бер буш ултырырға яратмай. Ауылда үҙенең янында йәшәүсе улы Нәил, Рәмил, килендәре Миңдинур, Гөлиә ярҙамы менән хужалыҡта ишле мал тоталар. Бынан тыш, йыл һайын 70-ләп ҡош-ҡорт алып көтә уңған хужабикә.
Әле бына күптән түгел Сәлимә апай ауылда йәшәүсе ҡәйнештәрен, апһындарын "Ҡаҙ өмәһе"нә саҡырып, ҡош-ҡортон эш итеп алды.
"Ҡаҙ өмәһе" - борондан ҡалған йола. Эш менән бер рәттән, уйын-көлкө,йыр-моң аралашып бара. Көндөҙ өмәселәр матур итеп эште атҡарып та ҡуйҙы. Ә кискелеккә уңған хужабикә өмәлә ҡатнашыусы туғандарын ҡаҙ итенән ауыҙ итергә саҡырҙы. Ҡырҙа йәшәүсе ҡыҙы Әлиә матур табын әҙерләһә, кейәүе Рөстәм еңгәйҙәргә бүләктәрен йәлләмәне. Һәр өмәсегә өлөш һалынды, табын артында аралашып, йырлашып, изге теләктәр теләп аралашты Исхаҡовтар.

Әнүзә Азаматова.

Таулыҡайҙа матур йола дауам итә
Таулыҡайҙа матур йола дауам итә
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: