Башҡорт күлдәктәре кейгән, баштарына килешле генә итеп яулыҡтар тартҡан береһенән-береһе һылыу апайҙар йыйылды ҡаҙ йолҡоу өмәһенә. Ҡолсора ауылында «Зарифа» фольклор-ансамбле ҡатнашлығында матур өмә үтте.
Көҙ етһә, ауылдарҙа күңелле мәл - ҡош-ҡорт йолҡоу өмәләре башлана. Һәр йорт хужаһы яҙ алған бәпкәләрен матур, теүәл итеп үҫтереүгә ҙур көс һала. Бер нисә ай көткәндән һуң, уларҙы өмәләп эш итеп ала. Ҡош-ҡорт йолҡоу өмәләре үҙе матур бер байрамға әйләнә.
Ҡолсора ауылында йәшәүсе уңған хужабикә Илсиә Сәйетова - быйыл ауылда иң күп ҡаҙ аҫраусы. «Ҡаҙҙарҙы ете айға яҡын көттөм. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә теүәл йөрөнө, именлектә ашарға яҙһын», - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты хужабикә.
Йөҙ ҡаҙ. Әйтеүе генә анһат, ә уларҙы тәрбиәләү күпме тырышлыҡ, сыҙамлыҡ талап итә. «Бәләкәй саҡтарында витаминдарға бай махсус ем ашатам, аҙаҡ кәбәккә күсәм. Ите тәмле булһын өсөн йыуынған һыуҙарының таҙа булыуы ла мөһим, тиҙәр. Был осраҡта балаларым - Азамат улым менән Камила ҡыҙым ярҙам итә. Улар ҡаҙҙарҙы Һаҡмар йылғаһына алып төшә. Күберәк үлән менән туҡланһалар ҙа, ваҡытында емдәрен ашатып, һыу эсереп тороу кәрәк, - тип дауам итте Илсиә Ишбулды ҡыҙы. - Ҡаҙ йолҡоу өмәһен ике тапҡыр үткәрҙем. Тәүгеһендә ярҙамға килеүселәргә ҙур рәхмәтлемен, әле бөгөн “Зарифа”лар менән эшләйбеҙ».
Был ауылда иң күп ҡош-ҡорт аҫраусы ғаиләгә, йолаға таянып, ҡош-ҡорт йолҡоу өмәһен үткәреү - урындағы фольклор ансамбленең нисә йылдар дауам иткән матур йолаһы.
«Сәхнәлә лә, өмәлә лә бергә», ти улар. Сәриә һәм Рәүилә Ғафаровалар, Рәсимә Халиҡова, Зилә Мостафина, Ғәлиә Абдрахманова, Рәзифә Йосопова, Сәриә Самарбаеванан торған етеҙ команда тиҙ арала ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эсен таҙалап та ҡуйҙы. Өмә йыр-моң, таҡмаҡтар, гармун көйҙәре менән менән үрелеп барҙы.
Киләһе йыл да уңығыҙ
Ап-аҡ булып йөҙөгөҙ.
Йылға буйлап күмәкләшеп,
Һирпелешеп йөрөгөҙ!
«Илсиәнең эше шул тиклем ыңғай булды. Көн дә йылы. Хужабикә ҡаҙҙарын бик матур итеп тәрбиәләгән. Улар таҙа, һимеҙ, эс майҙары күп һәм тос ҡына булды. Һәр ҡаҙ 4-5 кг тирәһе тарта. Өмә бик күңелле үтте. Йырлап, таҡмаҡтар әйтеп, эш бөткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды», - ти Рәсимә Әнүәр ҡыҙы.
Был көндө ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ир-егеттәргә лә эш етерлек булды. Мирхәт Ҡаһарманов, Рәсүл һәм Фәнил Мостафиндар ҡаҙҙарҙы өтөп, ҡанаттарын ҡырҡышып ярҙам итте.
Эш тамамланғас, хужабикә ҡанат һатыу йолаһын ойошторҙо. Өмәлә ҡатнашыусылар, изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ҡанаттар алды. Киләһе йылдарҙа ла ҡош-ҡорттоң уңыуын теләп, ҡаурыйҙарҙы таҙалап, йылғаға тиклем һибеү күренеше лә һаҡлана ҡолсораларҙа. Ҡаҙҙың ҡойроҡ тирәһенән өлтөкәсен алып, киптереп, аҙаҡ түбәтәй, сәңгелдәктәргә ҡуйғандар. Был кешене күҙ тейеүҙән һаҡлай. Был йоланы ла матур итеп башҡарҙы өмәселәр.
Тәмле бишбармаҡ, ҡоротло һурпа... Матур йолаға ярашлы, Илсиә ханым өмәселәрҙә киске ашҡа - ҡаҙ итенән ауыҙ итергә саҡырҙы. «Ҡанат ите - ҡыҙыма. Ҡыҙ кеше атай йортонда ҡунаҡ ҡына. Ваҡыты етһә, осоп сығып та китә. Улыма - бот һәм ҡаҙ башы», тип теүәлләне хужабикә. Ҡәҙерле ҡунаҡтар - өмәселәргә лә ҡаҙҙың иң тәмле өлөштәре - түш ите һәм бот таратылды. Ҡунаҡтар табын артында рәхәтләнеп аралашты, матур хәтирәләргә бирелде. Аҙаҡтан һәр кем күстәнәскә алып килгән тәмлекәстәр менән сәй эсте.
«Киләһе йылдарҙа ла әлегеләй күп итеп ҡаҙ көтөгөҙ, ярҙамлашырбыҙ, йорт-илдәр имен торһон, ошондай ҡыуаныста ғына осрашып торорға яҙһын”, тип таралышты “зарифа”лар. Амин шулай булһын.
Альбина Байегетова.