Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауылдарҙа гөрләй өмәләр

"Күркәләр шул тиклем ҙур һәм һимеҙ булды. Һәр береһе 20 кг.тирәһе булды", - ти өмәлә ҡатнашыусы Ғәлиә ханым. Тулыраҡ, киләһе яҙмала:

Ауылдарҙа ҡош-ҡорт йолҡоу өмәләре дауам итә. Кемдер ҡаҙ йолҡа, кемдер өйрәк, кемдер күркә...

Таулыҡай ауылында йәшәүсе Тәслимә һәм Рәхимйән Ғәлиндар йыл һайын күпләп ҡош - ҡорт аҫрай. Тырыш ғаилә быйыл йөҙгә яҡын ҡо- -ҡорт көттө. Уңған хужалар кисәге көн үҙҙәренең күркәләрен дә эш итеп алды. "Күркә көтөү айырыуса иғтибар талап итә, тиҙәр ине. Һеҙгә уны көтөү ҡыйындан булманымы", - тип һораным хужабикәнән. "Юҡ, бер ауырлығын тойманыҡ. Улар күберәк үлән менән туҡланыуға өҫтөнлөк бирә. Аллаға шөкөр, барыһы ла имен йөрөнө,"- тине ул.

Һәр кемебеҙгә үҫтергән ҡош-ҡорт һәм һуғымдарҙы именлектә, теүәллектә ашарға яҙһын!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: