-4 °С
Болотло
Үрге Иҙрис ауылы халҡы ауылды һәр саҡ таҙалыҡта, тәртиптә тоторға тырыша. Ауыл зәңгәр яғыулыҡҡа тоташыу мәлен дә улар байрамса әҙерләнеп, йорт- ихаталарын, ауыл тирәләрен таҙалап, аҡлап, косметик ремонт эшләп, ҡаршы алды. "Беҙҙең ауыл халҡы татыу, берҙәм. Ниндәй генә өмә ойошторолһа ла һәр ваҡыт улар бергә һәм берҙәм. Был юлы ла барыһы ла дәррәү генә өмәгә сыҡты"-, ти ауылдың ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Халиҡова. Афарин,иҙристәр!