Бөтә яңылыҡтар

Афарин, мерәҫтәр!

Мерәҫтә "Сәләмәт ауыл йәйләүе" тигән ҙур байрам ойошторолдо

Афарин, мерәҫтәр!
Афарин, мерәҫтәр!

Мерәҫ ауыл биләмәһенә ҡараған округтар араһында иғлан ителгән "Урам байрамы" старт алды. Уны "Мәктәп" округы депутаты Кәрим Тимерғәле улы "Сәләмәт ауыл йәйләүе" тигән ҙур байрам сараһы менән башлап ебәрҙе.
Улар "Улаҡ" округын (депутаты Рәйсә Рәис ҡыҙы) саҡырып, бик матур сара ойошторҙолар. Байрам сараһы баштан алып аҙағына тиклем ныҡлы уйланылған, матур ойошторолған. Ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алып, һаулыҡ һуҡмағынан үткәреп, матур-йыр бейеүҙәр менән бер рәттән онотолоп барған башҡорт уйындарын да тергеҙеп, бик күңелле байрам сараһы күрһәтелде.
Мерәҫтәр төплө әҙерләнеп, тәүгеләрҙән булып байрам сараһын ойошторған "Мәктәп" округы халҡына ҙур рәхмәт белдерә. “Киләсәктә лә берҙәм, ихлас, алсаҡ, татыу йәшәйек”, - ти ауыл халҡы.

Артабан эстафета "Улаҡ" округына тапшырылды.

Афарин, мерәҫтәр!
Афарин, мерәҫтәр!
Афарин, мерәҫтәр!
Афарин, мерәҫтәр!
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: