Бөтә яңылыҡтар

Үрге Яйыҡбайҙың һигеҙ мөғжизәһе

Билдәле булыуынса, Үрге Яйыҡбай ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеп сығып, әле бәйгенең республика этабында ҡатнаша. Яйыҡбайҙар конкурс шарттарына ярашлы маҡсатлы эш алып бара, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусы бихисап саралар ойоштора, уларға йәшен дә, ҡартын да йәлеп итә.   Әйтергә кәрәк, яйыҡбайҙар быға ҡәҙәр был мәртәбәле бәйгелә 2019 һәм 2021 йылдарҙа ҡатнашып, маҡтаулы икенсе урынды яулағайны. Конкурс сиктәрендә ауыл халҡы тыуған төйәген төҙөкләндереү, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, тәбиғәтте һаҡлау, спортты үҫтереү, милли уйындарҙы тергеҙеү буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарып сыҡты.

Билдәле булыуынса, Үрге Яйыҡбай ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеп сығып, әле бәйгенең республика этабында ҡатнаша. Яйыҡбайҙар конкурс шарттарына ярашлы маҡсатлы эш алып бара, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалаусы бихисап саралар ойоштора, уларға йәшен дә, ҡартын да йәлеп итә.

Әйтергә кәрәк, яйыҡбайҙар быға ҡәҙәр был мәртәбәле бәйгелә 2019 һәм 2021 йылдарҙа ҡатнашып, маҡтаулы икенсе урынды яулағайны. Конкурс сиктәрендә ауыл халҡы тыуған төйәген төҙөкләндереү, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, тәбиғәтте һаҡлау, спортты үҫтереү, милли уйындарҙы тергеҙеү буйынса ғәйәт ҙур эш атҡарып сыҡты.

 

Шуныһы үҙенсәлекле, был төбәк

халҡы үҙ алдына аныҡ маҡсат ҡуйып,

үрҙә телгә алынған бурыстарҙы үтәүҙән

бер ҡасан да туҡтағаны юҡ һәм бөгөн

дә был эш эҙмә-эҙлекле дауам итә. Ошо

хаҡта Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур Әминев бына

нимә ти: “Үрге Яйыҡбай ауылының айыҡ

һәм сәләмәт тормошто пропагандалау

буйынса эш тәжрибәһе район кимәлендә генә түгел, хатта республикала

ла күптәргә үрнәк булып тора. Ауыл

халҡы был изге эш менән 2008 йылдан алып маҡсатлы шөғөлләнә һәм тос

һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ауыл магазиндарында спиртлы эсемлектәр күптән инде

һатылмай, “йәшел йылан” менән сауҙа

иткән “точкалар” ҙа юҡ. Бындағы барлыҡ спорт, мәҙәни һәм башҡа сараларҙа ла төп маҡсат итеп сәләмәт йәшәү

рәүеше ҡуйыла. Һәм шуныһы: яйыҡбайҙар, башҡа ҡайһы бер ауылдар кеүек,

күҙ буяу менән шөғөлләнмәй, ә милләт

ғәме менән йәшәй, берҙәмлеге, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләүе менән айырылып тора. Тимәк, ауыл халҡының айыҡ тормошто пропагандалау

буйынса атҡарған эштәре республика

кимәлендә ыңғай баһа алырға тейештер, тигән фекерҙәмен”.

“Айыҡ ауыл-2023” конкурсында

ҡатнашырға йөрьәт иткәс, яйыҡбайҙар

ең һыҙғанып эшкә кереште һәм үҙ алдарына аныҡ маҡсат ҡуйып, уларҙы

тормошҡа ашырыуға тотондо. Вәлимә

Вәлиева, Гөлйемеш Ишмырҙина, Гөлбикә Кейекбаева, Фәһим Ильясов, Зөлхәбирә Мырҙағәлина, Сәғиҙә Рахманғолова, Ғәфүр Рахманғолов, Гөлйыһан

Рыҫҡужиналарҙың тырышлығы, бар күңелдәрен һалып бер-бер артлы шәп

саралар ойоштороуы һөҙөмтәһендә

ауыл бөгөн гөрләп тора, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнаша. Ришат Ишембәтов

етәкләгән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты

һәм урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте яйыҡбайҙарҙың һәр башланғысын күтәреп алып, төрлө яҡлап ярҙам

күрһәтергә тырыша. Ошо маҡсатта

ауыл халҡы менән даими осрашыуҙар

үткәрелә, уларҙа көнүҙәк мәсьәләләр

ҡарала.

Яңы йыл алдынан ғына бында Ниғәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары, туғандары менән “Иҫән йөрөп, имен ҡайт, һине көтә тыуған яҡ”

исемле осрашыу үткәрелде. Унда район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов,

район хакимиәте башлығының иҡтисад

буйынса урынбаҫары Ғәфүр Исхаҡов,

район хәрби комиссариатының бүлек

мөдире Таһир Йосопов, Түбәнге Яйыҡбай мәсетенең имам-хатибы Рәмил Хәсәнов та ҡатнашты. Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев яҡташ

егеттәрҙең яҡшы хеҙмәт итеүҙәре, уларҙың ғаиләләренә даими иғтибар бүленеүе тураһында сығыш яһаны. Осрашыу ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр артистарының концерт номерҙары менән

үрелеп барҙы. Ниғәмәт, Икенсе Этҡол,

Иҫән, Түбәнге һәм Үрге Яйыҡбай ауылдарынан килгән һалдат әсәләре, атайҙары байрам кәйефе, рухи байлыҡ

алып ҡайтты.

Яйыҡбайҙар айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында ололар өсөн генә түгел, ә балалар һәм

йәштәр араһында ла төрлө аңлатыу эштәре алып бара. Ауыл старостаһы Вәлимә Вәлиева бер нисә тапҡыр ауыл

клубында йәштәр менән осрашып, ошо

юҫыҡта йәнле әңгәмә ойошторҙо. Конкурс сиктәрендә үткәреләсәк эштәргә,

бәйгеләргә, ярыштарға күберәк йәштәрҙе йәлеп итеү, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан

ителгән Йәштәр йылын урында тормошҡа ашырыу буйынса маҡсаттар

билдәләнде.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы

сиктәрендә Үрге Яйыҡбайҙа күрше

ауыл йәштәре менән “Айыҡ йәшлек

өсөн” исемле “Түңәрәк өҫтәл” артында

һөйләшеү һәм бильярд ярышы үткәрелде. Унда Баймаҡ ҡалаһынан, Икенсе

Этҡол, Ниғәмәт, Таулыҡай, Байым, Сыңғыҙ ауылдарынан килгән йәштәр айыҡлыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ тураһында фекер алышты, ул үҙ маҡсатына иреште.

Спортты һәм халҡыбыҙҙың милли

уйындарын пропагандалау һәм тергеҙеүгә яйыҡбайҙар байтаҡ йылдар

етди иғтибар бүлә һәм ул үҙенең тос

емештәрен бирә. Бында “Мәргән уҡсы”

хәрәкәте булдырылды һәм ул үҙ эшен

бик әүҙем алып бара. Үрге Яйыҡбай

уҡсылары районда һәм республикала

ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша, даими рәүештә еңеүҙәр яулап ҡайта. Күптән

түгел Бөрйән районында республика

кимәлендә үткән милли йәйәнән уҡ атыу

буйынса “Урал” кубогы өсөн ярыштарҙа улар уңышлы сығыш яһаны. Әйткәндәй, “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы

“Мәргән уҡсы” бәйгеләре ауылда даими ойошторола.

Ҡышҡы каникулдар төрлө спорт

сараларына бай булды. Үрге Яйыҡбай

урамдары командалары араһында

үткәрелгән “Ауыл менән стартҡа!

Йәше-ҡарты, алға!” ҙур спорт байрамы

йәшен дә, олоһон да үҙ янына йыйҙы.

Командалар эстафета менән йүгереүҙә, арҡан тартышыуҙа, тюбинг менән

бер-береңде һөйрәп йүгереүҙә, ҡарҙан төрлө фигуралар эшләүҙә, башҡа

төрлө ярыштарҙа көс һынашты. Бик тә

ойошҡанлы үтте был сара, унан олоһо

ла, кесеһе лә шәп кәйеф, көр күңел

алып ҡайтты.

Үткән аҙнала ауылдың почетлы

гражданы, “Почет билдәһе”, “Хеҙмәт

даны” ордендары кавалеры Әйүп Рәсүлев иҫтәлегенә волейбол ярышы үткәрелде. Әйүп Мөхәмәткилде улы бар

ғүмерен колхозды үҫтереүгә арнай,

йәштәрҙең кәңәшсе-тәрбиәсеһе булып

таныла. Ауылдаштарына йорт һалып

бирергә, мәктәп төҙөргә ярҙам итә.

Хеҙмәт батыры иҫтәлегенә арнап ойошторолған ярышта Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай ауылдарынан 4

команда ҡатнашты. Көсөргәнешле

ярыштарҙа этҡолдар беренсе урынды

алды. “Иң яҡшы уйынсы”, “Иң яҡшы һөжүмсе”, “Иң йәш уйынсы”, “Иң оло

уйынсы” номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Ярышты Әйүп Рәсүлевтың улдары

һәм ейәндәре ойошторҙо һәм спонсор

булып сығыш яһаны.

Әйтергә кәрәк, ауыл спортсылары

район кимәлендә ойошторолған төрлө

спорт ярыштарында ла даими ҡатнаша, еңеүҙәр яулап ҡайта. Был иһә

төбәктә спортҡа ҙур иғтибар бүленеүе

тураһында һөйләй.

Эске туризмды үҫтереү маҡсатында

бында шәп проект тормошҡа ашырыла: “Үрге Яйыҡбай ауылының ете мөғжизәһе” исемле туристик маршрут һалынған. Аҡташ, Әмәндәк йылғалары,

Суҡташ тауы, Әтекәй шишмәһе, Вәли

ҡоҙоғо, Ҡалтаташ мәмерйәһе, Сәнскәнташ таштары был төбәктең ете мөғжизәһе булып тора. Күптән түгел Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар Ҡалтаташ мәмерйәһенә ат санаһында экскурсияға

барҙы. Ул – ауылдың мөғжизәле, серле тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ололар һөйләүенсә, Ҡалтаташ үҙенән бер саҡрым тирәһеләй алыҫлыҡта һәм бер үк

параллелдә тиерлек ятыусы Суҡташ

ҡаяһы мәмерйәһе менән ғәйәт тәрән

һәм бик оҙон ер аҫты коридоры яһап

тоташҡан булыуы ихтимал. Мәмерйәнән йылы пар сығып торғанлыҡтан,

өҫкө таштарға бәҫ ҡунған.

Минеңсә, Үрге Яйыҡбай ауылының

ете түгел, ә һигеҙ мөғжизәһе бар. Һигеҙенсеһе – уның шундай рухлы, дәртле, берҙәм, эшһөйәр, милләт ғәме

менән янып йәшәгән халҡы. Ундайҙар

бөгөн бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Сер түгел, һуңғы йылдарҙа “Айыҡ

ауыл” республика конкурсы күберәк

төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәреүгә, шау-шоуҙарға ҡайтып ҡала.

Ә бәйгенең төп маҡсаты айыҡ һәм сәләмәт быуын тәрбиәләүгә, эскелекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән түгелме ни?

Был тәңгәлдә иһә Үрге Яйыҡбай ауылы ысын мәғәнәһендә башҡаларға өлгө булып тора һәм уларҙан өйрәнәһе тәжрибә байтаҡ.

Яйыҡбайҙарҙың һәр көнө ниндәйҙер сара, уртаҡ фекер төйнәү, яңы уй-ниәттәрҙе бойомға ашырыу менән үтә. Әле улар райондың старосталар һәм имамдарының йыйынын, “Ағинәйҙәр” төбәк ойошмаһы менән берлектә “Буҙафест” фестивален ойоштороу эштәре менән мәшғүл.

Ниәттәре изге, уйҙары уртаҡ, маҡсаттары берәгәйле был уңған төбәк халҡының. Башлаған һәр сауаплы ғәмәлдәренең тормошҡа ашыуын теләйек. Шулай булыр ҙа!

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: