Фекерҙәр:
Рим Сыңғыҙов, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Баймаҡ ғилми подразделениеһы директоры, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре:
– Бөгөн ауыл хужалығы тармағы бөтә ил буйынса киҫкен осор кисерә. Дөрөҫөн әйткәндә, агросәнәғәт комплексына ҡарата ыңғай дәүләт сәйәсәте булмай тороп, тармаҡтың киләсәге булмаясаҡ. Бөгөн ауыл хужалығында ысын мәғәнәһендә һуңғы геройҙар эшләй. Эшкә лә беҙ өгөтләп тигәндәй 68-69 йәшлек кешеләрҙе йәлеп итәбеҙ. Сөнки йәштәр ауылда ҡалмай, берәүҙең дә 15 меңгә эшләргә теләге юҡ. Шуға ла йәштәр яҡшы эш хаҡы түләнгән себер яҡтарына китә.
Техниканың 15-18 млн һум тороуы, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтарҙың артҡандан-арта барыуы, уның ҡарауы, иген культураларына хаҡтарҙың үтә түбән булыуы ауыл хужалығында эшләүселәрҙе ауыр хәлгә ҡуя. Бөгөн 1 тонна солярка һатып алыр өсөн 12-13 тонна ашлыҡ тапшырырға тура килә. Бында ҡайҙа ғәҙеллек?! Совет осоро моделенә күсеү, ауыл хужалығына ыңғай ҡараш тыуҙырыу мөһим бөгөн йәмғиәттә, элекке кеүек оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән кредиттар, процентһыҙ кредиттар, лизингтар биреү мөһим. Бына ошоларҙы тормошҡа ашырғанда, эш хаҡын 40-50 мең һумға күтәргәндә өс йыл эсендә илдә ауыл хужалығы күтәрелә башлаясаҡ. Лайыҡлы хеҙмәт һәм эш шарттары булһа, йәштәр ҙә ситкә китмәҫ, фермерҙар ҙа ең һыҙғанып эшкә тотонор ине. Тимәк, иң беренсе сиратта уйланылған һәм төплө дәүләт сәйәсәте кәрәк – шул саҡта алға китеш тә буласаҡ.
Илдус Зәйнуллин, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы:
– Беҙҙең Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы һәм уға ҡараған филиалдар быйылғы уҡыу йылында 406 ауыл хужалығы белгесе әҙерләп сығарҙы. Шуныһы үҙенсәлекле, уҡыу йорто “Красная Башкирия”, “Алексеевский” ауыл хужалығы предприятиелары, “Ситно” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм үҙебеҙҙең фермер хужалыҡтары менән килешеү төҙөп, студенттарыбыҙ даими рәүештә уларҙа производство практикаһы үтә, хеҙмәт сынығыуы ала. Мәҫәлән, әле 16 егет “Красная Башкирия” хужалығында практика үтә. Уҡыу йорто тамамлағандарҙың күбеһе яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә ниәтләй.
Башҡорт дәүләт аграр университеты быйыл Баймаҡҡа килеп, үҙҙәренә уҡыу өсөн имтихан ҡабул итте. Һөҙөмтәлә 19 йәш йөрәк, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырмайынса, аграр университет студенты булып китте. Һәм был практика артабан да дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта БДУ-ның Сибай институтына уҡырға ингән студенттар ҙа булды. Тимәк, беҙҙең диплом нигеҙендә артабан юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкин.
Әлбиттә, илде туйындырған тармаҡ булараҡ, ауыл хужалығына дәүләттән ныҡлы ярҙам һәм хәстәрлек кәрәк.
Ғөмүмән, ауыл хужалығына ыңғай ҡараш тыуҙырыу мөһим. Шул саҡта өлкәгә белгестәр ҙә, йәштәр ҙә килер, яңы технолологиялар ҙа индерелер. Һәр саҡ өмөт менән йәшәйек.
Нияз Уразбаев, Сыңғыҙ ауылынан крәҫтиәнфермер хужалығы башлығы:
– Ауыл хужалығында кадрҙар етешмәүе бөгөн бик киҫкен проблема. Хәҙер механизатор, водитель, малсы табырмын тимә, шунлыҡтан комбайнға ла, тракторға ла, машинаға ла үҙебеҙгә ултырырға тура килә. Эшләйем, хужалыҡты үҫтерәм тиһәң, шунһыҙ мөмкин түгел.
Кемдер, ауыл хужалығында йүнләп аҡса түләмәйҙәр, тип әйтер. Был дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, ураҡ осоронда комбанйсыға көнөнә, гектарына ҡарап, 4 мең һум аҡса түләйһең, әммә шунда ла кеше табып булмай. Етмәһә, беҙҙең эш миҙгелле бит, шуға күрә лә эшкә кешене оҙаҡҡа алып булмай. Вахтанан ялға ҡайтыусы егеттәр, өйҙә булған саҡтарында, малсылыҡҡа киләләр, уныһы ла яҡшы. Әммә улар китеү менән, үҙеңә йүгерергә тура килә. Шуның өсөн райондағы колледждар студенттары миҙгелле осорҙа ярҙамға килһә, бик тә шәп булыр ине.
Ауыл хужалығында эшләү бөгөн еңелдән түгел. Һөттөң хаҡы юҡ, иген уңһа ла, уны алыусы юҡ.
Ярай әле, производствоны ойоштороуҙа улымдың ярҙамына таянам, барлыҡ эштәрҙә булышлыҡ итә. Әле Баймаҡта колледжда уҡый, юғары белем алғас та, ауылға ҡайтам, ти. Шул ғына өмөтләндерә.