+29 °С
Облачно
Таулыҡай ауылының мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәһе хакимиәтенең оператив кәңәшмәһе булып үтте. Йыйылышта ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, клуб мөдирҙәре, китапханасылар, "Ағинәйҙәр" ҡоро етәкселәре, депутаттар һәм ауылдың әүҙем вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәнең төп темаһы — 9 май-Бөйөк Еңеү байрамын ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләһе ҡаралды. Йыйылыш барышында байрам сараларының планы ҡаралып, һәр йүнәлеш буйынса яуаплылар билдәләнде.
Айырыуса обелисктар тирәһен таҙартыу, тәртипкә килтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Һәр ауылда байрамды юғары кимәлдә үткәреү, ветерандарҙы иҫкә алып, тыл хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү, хәстәрләү буйынса бурыстар ҡуйылды.