Мин йәшәгән төбәк
13 Ноября 2025, 10:20

Илһамлы ижад

Буранбай ауылы китапханаһында "Илһамлы ижад" исемле сара үтте. Унда мәктәп уҡыусылары ҡатнашты...

Буранбай ауылы китапханаһында "Илһамлы ижад" исемле сара үтте. Унда мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева балаларҙы яҙыусы, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Иҙелбаевтың тормош һәм хеҙмәт юлы менән таныштырҙы. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. 

Сараның икенсе өлөшөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар ике командаға бүленеп ярышты:ҡыҙыҡлы һорауҙарға, йомаҡтарға яуап бирҙе, төрлө уйындар уйнаны.  

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас