Һаҡмар
+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
25 Октябрь 2022, 14:48

Улар – ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙар

Был инәйҙәр Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән, фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған, бер ниндәй ҙә һынауҙарға бирешмәгән һәм күп итеп бала тәрбиәләргә лә өлгөргән. Ундайҙарҙы беҙҙә ил инәһенә тиңләйҙәр. Мерәҫтән Фәниә Рыҫмөхәмәтова менән Ҡәмбәрниса Байрамғоловалар ҙа – ил инәһе дәрәжәһенә күтәрелгән, лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы менән оло абруй ҡаҙанған һоҡланғыс кешеләр.  

Был инәйҙәр Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән, фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған, бер ниндәй ҙә һынауҙарға бирешмәгән һәм күп итеп бала тәрбиәләргә лә өлгөргән. Ундайҙарҙы беҙҙә ил инәһенә тиңләйҙәр. Мерәҫтән Фәниә Рыҫмөхәмәтова менән Ҡәмбәрниса Байрамғоловалар ҙа – ил инәһе дәрәжәһенә күтәрелгән, лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы менән оло абруй ҡаҙанған һоҡланғыс кешеләр.

Мерәҫ ауылында тыуған Фәниә Зәкир ҡыҙы тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған инәй. Ауыл мәктәбендә башланғыс белем алған Фәниәгә артабан уҡырға тура килмәй – 14 кенә йәшендә атаһы менән Бикешкә техника ремонтларға сыға. Бәләкәйҙән хужалыҡ эшенә егелә, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләй. Атаһы менән комбайнын да ремонтлай, ашлығын да йыя, яҙ игенен дә сәсә. Үҙ аллы механизатор булып эшләй, кәбәнен дә һала, мал да ҡарай. Һуңынан оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Тормош иптәше Хөрмәт Нурый улы ла бар ғүмерен ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнай – йылҡы көтөүсе, һауын гурты малсыһы була. Фәниә һәм Хөрмәт Рыҫмөхәмәтовтар 11 бала үҫтерә, уларға матур тәрбиә һәм белем бирә. Фәниә Зәкир ҡыҙы “Герой әсә” миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә. Әйткәндәй, бөгөн 86 йәшлек ветеран кесе улы менән донъя көтә, балаларының ныҡлы ихтирамын һәм хәстәрен тойоп йәшәй, йортонда ҡот һәм нур уйнап тора.

Беренсе Төркмәндән булған Ҡәмбәрниса Зәкирйән ҡыҙы ла бар ғүмерен ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнаған, тыуған төйәгенә тоғро хеҙмәт иткән абруйлы ветерандарҙың береһе. Тыуған ауылындағы мәктәптә белем ала, 7-се класта уҡыған ваҡытта уҡ хеҙмәт юлын башлай – Сибай элеваторын төҙөүгә үҙенең хәләл көсөн индерә.

Артабан ғаилә Иҫке Сибайға күсеп килгәс, ҡыҙ атаһы менән бергә комбайнға ултыра. Ике йыл дауамында үҫмер Сибай МТС-ында “Сталинец” комбайнында комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй.Мерәҫ ауылына килен булып төшкәс тә тормош иптәше Әнүәр Бәҙретдин улы менән бергә механизатор булып эшләүен дауам итә, башҡа ауыл хужалығы кампанияларында ла әүҙем ҡатнаша.

Артабан Ҡәмбәрниса Зәкирйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар хужалыҡта эшләй, һауынсы ла була, һарығын да ҡырҡа, ырҙын табағында ла тир түгә. Ниндәй генә эш йөкмәтмәһендәр, барыһын да намыҫ менән атҡара.

Ҡәмбәрниса һәм Әнүәр Байрамғоловтар ун өс балаға ғүмер бүләк итә, матур тәрбиә һәм белем бирә. “Герой әсә” һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән 83 йәшлек ветеран бөгөн кесе улы Мөхәмәт менән йәшәй. Балалары һәр ваҡыт килеп хәлен белә, һәр яҡлап ярҙам итә.

Фәниә Зәкир ҡыҙы менән Ҡәмбәрниса Зәкирйән ҡыҙы – һоҡланғыс тормош юлы үткән, йәш быуынға үрнәк булған абруйлы ағинәйҙәр, - тине ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова. - Улар үҙҙәре кеүек уңған, тырыш, эшһөйәр, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әсәйҙәренә һәр ваҡыт ярҙам итеп торалар, хөрмәт күрһәтәләр, хәстәрлек күрәләр. Ошондай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – ауылыбыҙ ғорурлығы ул!”

Азамат Мөхәмәтшин.

 

 

 

 

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: