Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Матбуғат
10 Августа , 10:57

Гәзит уҡып, рухи аҙыҡ алам

"Гәзит уҡып, рухи аҙыҡ алам" Редакция хеҙмәткәрҙәре ярты йыл һайын гәзиткә яҙылыусылар араһында «Һаҡмарға яҙыл һәм бүләк от!» акцияһы ойоштора. 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында уйнатылған бүләктәрҙең береһе - үтек Сәйғәфәр ауылына юлланды. Ул Нәзирә менән Ринат Алсынбаевтар өлөшөнә төштө.

Редакция хеҙмәткәрҙәре ярты йыл һайын гәзиткә яҙылыусылар араһында «Һаҡмарға яҙыл һәм бүләк от!» акцияһы ойоштора. 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында уйнатылған бүләктәрҙең береһе - үтек Сәйғәфәр ауылына юлланды. Ул Нәзирә менән Ринат Алсынбаевтар өлөшөнә төштө.

«Республика, район баҫмаларына һәр ваҡыт яҙылабыҙ. «Һаҡмар» гәзитен алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. «Октябрь байрағы» исеме аҫтында сыҡҡанда ла яҙыла инек. Гәзит килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Иптәшем дә уҡырға ярата. Элек аҙнаһына өс тапҡыр килгәндә бигерәк һәйбәт ине, хәҙер бер тапҡыр ғына сығыуына әҙерәк эс бошоп китә. Ҡайһы берәүҙәр, гәзит-журнал алдырмайбыҙ, хәҙер бөтөн тиерлек мәғлүмәт интернет селтәрендә бар, тиҙәр. Мин был һүҙҙәр менән килешмәйем. Интернеттан түгел, ә гәзитте шытырлатып тотоп, еҫкәп уҡығым килә. Унан рухи аҙыҡ алам. Баҫманан матур ғаиләләр, уңған кешеләр тураһында уҡып ҡыуанам. Ә иң яратып уҡығаным - хикәйәләр, «Ҡотлауҙар» рубрикаһы, аш-һыу әҙерләү буйынса рецепттар. Рецепттарҙың ҡайһы берҙәрен ҡырҡып, һаҡлап ҡуйҙым һәм шунан ҡарап бешерәм», - тине Нәзирә Данияр ҡыҙы.

«Ә үҙегеҙ яҙышҡанығыҙ юҡмы?», - тип һораным әңгәмәсемдән. «Үҙем яҙышмайым, ҡыҙым Нәркәс Алсынбаеваның хикәйәләре баҫылып тора», - тип яуапланы ул.

Алсынбаевтарға бүләк отоуҙары тураһында Сәйғәфәрҙә хат ташыусы булып эшләүсе Алгиз Ғәлин һөйөнсөләй. «Яҙылған квитанцияны редакцияға йыл һайын ебәреп торҙоҡ. Ошоға тиклем берҙе лә бүләк отҡаныбыҙ булманы, быйыл тәүге тапҡыр», - тип йылмайҙы Нәзирә ханым.

Алсынбаевтарҙы ҡотлайбыҙ һәм гәзитебеҙҙең йылдар дауамында тоғро дуҫы булғанығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Өлөшөгөҙгә төшкән бүләгегеҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын, ҡыуанып ҡулланығыҙ!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас