Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Матбуғат
18 Мая , 06:45

Аэрогриль хужаһын тапты!

"Һаҡмар" гәзитенә ташламалы хаҡ менән яҙылыусылар араһында уйнатылған төп бүләк - аэрогриль Таулыҡай ауылынан Зинаида Үҙәнбаева өлөшөнә төштө...

"Һаҡмар" редакцияһы хеҙмәткәрҙәре гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыуҙы матур йолаға әйләндергән. 6 апрелдән гәзиткә ташламалы хаҡ менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителеп, төп призға - аэрогриль ҡуйылғайны. Бүләк - Таулыҡай ауылында йәшәүсе Зинаида апай Үҙәнбаева өлөшөнә төштө. Уҙған аҙанала Таулыҡай ауылында үткән сарала редакцияның бүлек мөдире Азамат Мөхәмәтшин бүләкте хужаһына тапшырҙы. Зинаида ханымды ҡотлап, бүләкте имен-аман ҡулланыуын теләйбеҙ.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас