Матбуғат
21 Января , 12:00

Төп приз Ишбирҙегә юлланды

«Яҙылған квитанцияны редакцияға ебәреү уйламаҫтан килеп сыҡты. Бер көндө почтаға инһәм, ауылдаш ағай конвертҡа һалып квитанцияһын ебәреп тора. Әмәлгә ҡалғандай, минеке лә янда ине. Шунда уҡ ҡалдырып киттем һәм был турала оноттом. Ә бүләк отоуымды Баймаҡта йәшәгән Сәлимә апайым һөйөнсөләне. Сөнки уларға гәзит бер нисә көн алдараҡ таратыла», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты еңеүсебеҙ Шәүрә ханым. Тулыраҡ сайтта:

«Һаҡмарға яҙыл һәм бүләк от!» акцияһының төп призы Ишбирҙегә юлланды. Элект духовкаһы Шәүрә һәм Ишбулат Күсәповтар ғаиләһенә эләкте.

«Яҙылған квитанцияны редакцияға ебәреү уйламаҫтан килеп сыҡты. Бер көндө почтаға инһәм, ауылдаш ағай конвертҡа һалып квитанцияһын ебәреп тора. Әмәлгә ҡалғандай, минеке лә янда ине. Шунда уҡ ҡалдырып киттем һәм был турала оноттом. Ә бүләк отоуымды Баймаҡта йәшәгән Сәлимә апайым һөйөнсөләне. Сөнки уларға гәзит бер нисә көн алдараҡ таратыла», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты еңеүсебеҙ Шәүрә ханым.

Күсәповтар - күп бала тәрбиәләгән, татыу, матур ғаилә. Ғаилә башлығы Ишбулат Ҡаһарман улы вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Шәүрә Миңлегәрәй ҡыҙы - урындағы балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Өлкән ҡыҙҙары Зөмәрә тормош иптәше менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, ике бала тәрбиәләйҙәр. Икенселәре Гөлнәзирә Өфө ҡалаһында уҡытыусы, улдары Биктимер «Юбилей» карьерында эшләй. Шәһит Сибай ҡалаһында күп профилле колледжда белем алһа, Искәндәр - мәктәп уҡыусыһы.

Гәзиткә йыл һайын яҙыла ғаилә. «Бигерәк тә хикәйәләр, төрлө мәҡәләләр, «Ҡотлауҙар» рубрикаһы оҡшай. Көтөлмәгән бүләк өсөн ҙур рәхмәт. Редакция хеҙмәткәрҙәренә ижади уңыштар теләп ҡалам», - тине Шәүрә Күсәпова. Электр духовкаһының хужабикәгә ризыҡ әҙерләгәндә ҙур ярҙам булып, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен  теләйбеҙ.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас