Матбуғат
22 Января 2025, 04:52

Мультибешергес Беренсе Этҡолға юлланды

Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Хәлидә Фәтхулла ҡыҙы менән  Рәүеф Мәхмүт улын ауылдаштары матур, татыу, эшсән ғаилә булараҡ белә. «Ата нигеҙен һыуытмай, төп йортта йәшәй улар. Тулыраҡ, сайтта:

-Һөйөнсө!

-Нимә булды?

-Иң башта һөйөнсөгә бүләгеңде әйт!

-Ярай, үҙеңә оҡшаған берәй нәмә алырһың!

- «Һаҡмар» гәзитенә яҙылған квитанция бүләк отҡан. Мультибешергес!

Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе Хәлидә һәм Рәүеф Монасиповтарҙың приз отоуҙары тураһында һөйләшеү ошолай башлана. Матбуғат яратыусы Монасиповтар ғаиләһе «Һаҡмар» ҙы йыл һайын алдыра. «Унда баҫылған мәҡәләләр, хикәйәләр бик оҡшай. Эшкә барғанда ла алып барып уҡыйым»,-  ти ғаилә башлығы.

 Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Хәлидә Фәтхулла ҡыҙы менән  Рәүеф Мәхмүт улын ауылдаштары матур, татыу, эшсән ғаилә булараҡ белә. «Ата нигеҙен һыуытмай, төп йортта йәшәй улар. Күп итеп мал көтәләр, йәйен тиҫтә-тиҫтә ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ярҙамсыл, изге күңелле, ихластар. Төп йортҡа ҡунаҡ булып килгән һәр кемде алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып, матур итеп ҡунаҡ итеп, оҙаталар», - ти улар тураһында ауылдаштары. Монасиповтарҙың ике ҡыҙҙары һәм  бер улдары бар. Уларҙың барыһының да үҙ ғаиләләре. Хәлидә Фәтҡулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡул ҡаушырып өйҙә ултырыуҙы хуп күрмәй. Ҡыҙы менән кейәүенең ошо ауылдағы шәхси магазиндарында һатыусы булып эшләй. Ә ғаилә башлығы байтаҡ йылдар «Алға» колхозында эшләй, хужалыҡ тарҡалғас, фермер хужалыҡтарында яҙҙан-көҙгә тиклем баҫыу эштәрендә тракторсы, ә ҡыштарын мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй. «Киләһе йылдарҙа журналдарға яҙылырға уйлайым. Гәзиттәр ваҡытында таратыла. Бының өсөн Беренсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы  Гөлнара Йәндәүләтоваға, почтальон Миңлегөл Азаматоваға һәм көтөлмәгән сюрприз өсөн «Һаҡмар» редакцияһы коллективына ҙур рәхмәт», - тине Рәүеф Монасипов.

Даланлы ғаиләне ҡотлайбыҙ! Мультибешергестең тәмле аштары менән һеҙҙе ҡыуандырып, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләбеҙ.

 

  Альбина Байегетова.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас