+20 °С
Облачно
"Һаҡмарҡа яҙыл да бүләк от!" уйыныны еңеүселәренә бүләк тапшырыу дауам итә. Кисә төп приздарҙың береһе Сибай ҡалаһындағы шифахана-профилакторийға юллама үҙ хужаһына - Йәрмөхәмәт ауылынан Сулпан Йосоповаға тапшырылды. Гәзиттең баш мөхәррире Гүзәл Салауат ҡыҙы юлламаны тапшырып, имен-һау, матур итеп ял итеп, һаулығығыҙҙы нығытып ҡайтығыҙ, тигән изге теләктәрен еткерҙе.
Сулпан апай ошо көндәрҙә генә Баймаҡ ҡалаһына күсеп килгән. Ул дүрт бала әсәһе. "Өлкән улым махсус хәрби операцияла. Иң төп теләгем, йорт-ил тынысланып, улым һәм барлыҡ ир-егеттәр тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, теләйем", - тине. Һәм шулай уҡ көтөлмәгән бүләк өсөн редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.