Матбуғат
11 Января 2025, 06:00

Бүләккә - күстәнәс йыйылмаһы

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Фәрхиямал инәй Минишеваға бүләге тапшырылды

Бүләккә - күстәнәс йыйылмаһыБүләккә - күстәнәс йыйылмаһы
Бүләккә - күстәнәс йыйылмаһы

"Һаҡмар"ға яҙыл һәм бүләк от!" акцияһы райондаштарыбыҙға яҡшы таныш. Ул йылына ике тапҡыр матбуғатҡа яҙылыу осоронда ойошторола. 2025 йылдың беренсе яртыһына гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында ла матур йолаға әйләнгән уйынды үткәрҙек. Бик күп яҡташтарыбыҙ "Һаҡмар"ға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәрҙе. Бәхет иң даланлыларға йылмайҙы. Улар араһында Баймаҡтан Фәхриямал Хәкимйән ҡыҙы Минишева ла бар.

 Инәйгә бүләген тапшырыу өсөн коллегам, бүлек мөдире Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин менән уның өйөнә юлландыҡ. Беҙ барғанда Фәхриямал инәй үҙенең еңеүселәр араһында булғанын белмәй ине әле. Баҡтиһәң, уға беҙ килер алдынан ғына гәзиттәрҙы алып килгәндәр һәм ул "Һаҡмар"ҙа баҫылған еңеүселәр исемлеген күреп өлгөрмәгән икән. Инәйгә һөйөнөслө хәбәрҙе еткереп, бүләген тапшырҙыҡ. 

Фәхриямал Минишева утыҙ йылға яҡын район дауаханаһының ашханаһында эшләгән. Бөгөн уға 88 йәш. "Бик ауыр заманда эшләнек, ауырыуҙарға ризыҡты мейестәге утта бешерә торғайныҡ. Хәҙерге кеүек уңайлыҡтар булманы, әммә бирешмәнек. 67 йыл район гәзитенән айырылманым. Әле лә "Һаҡмар"ҙың килгәнен көтөп алам.  Аллаға шөкөр, балаларымдың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисерәм. Бөгөн тормош иҫ киткес матур. Йәштәр шуның ҡәҙерен белеп йәшәһен, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын ине", - тигән изге теләктәрен еткерҙе инәй. Ә беҙ уға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, тағы ла оҙаҡ йылдар "Һаҡмар"ҙы уҡып, ҡыуаныслы ғүмер кисерергә яҙһын, тип хушлаштыҡ.

Бүләккә - күстәнәс йыйылмаһы
Бүләккә - күстәнәс йыйылмаһы
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас