Билдәле булыуынса, редакция коллективы үҙенең уҡыусыларын дәртләндереү маҡсатында Һаҡмарға яҙыл һәм бүләк от! уйынын даими ойоштора. 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында еңеүселәр исеме билдәле!
Шулай итеп, Аҡтау ауылынан Клара Ғәбсәләмова, Бетерәнән Хәтифә Хәбирова, Беренсе Төркмәндән Сәкинә Асҡарова - эмалле кәстрүлдәр,Билалдан З.Байраҡаева - блендер, Икенсе Этҡолдан Камил Буранбаев - шөрөп борғос,Мерәҫтән Зәкиә Вәлиева - сәйнүк, Татлыбайҙан С.Сыртланова - пар менән үтекләгес (отпариватель), Күсейҙән Дамир Илбулов - үтек, Беренсе Этҡолдан Рәүеф Монасипов - мультибешергес, Күгиҙелдән Рәсимә Байғужина - һауыт-һаба, Баймаҡтан(Хоҙайбирҙин урамы,16) Ф.И.Ғөбәйҙуллина гөл һауыттары отто.
Ә инде төп приздар робот саңһурҙырғысты Үрге Таулыҡайҙан Мәзүнә Күсәрбаева, ә Сибайҙағы шифана-профилакторийға юлламаны Йәрмөхәмәт ауылынан Сулпан Йосопова отто!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм ИНН алып килергә онотмағыҙ! Ә кемдәргә бүләк эләкмәне, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ! Киләһе уйындарҙа һеҙгә лә бәхет мотлаҡ йылмайыр!