+17 °С
Облачно
9 Май – Еңеү көнөн ҡаршылау маҡсатында, райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәре “Яугирҙәргә - Георгий таҫмаһы” акцияһын иғлан иткәйне. Уға оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар, уҡыусылар ихлас ҡушылды. Шуларҙың береһе – Түбә ауылынан Лиана Үлйәбаева 400 дана “Георгий таҫмаһы эшләп алып килеп тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, был оҫта ҡуллы ханымдың тәүге эше түгел. Былтыр ҙа 200-ҙән ашыу “Георгий таҫмаһын” әҙерләп биргәйне. Уларҙы алған ҡыуанып яугирҙәр оло рәхмәттәрен белдергәйне. Был юлы ла таҫмалар яҡын арала махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яугирҙәргә оҙатыласаҡ.