Мәрхәмәтлек
14 Апреля , 03:05

Беҙ фронтҡа ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!

Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам итә.Ағинәйҙәр ауыл халҡының, яҡташтарыбыҙҙың матди ярҙамдары менән былауҙар, быҡтырылған ит, маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, ҡотҡарыу браслеттәре үрә, ойоҡбаш-өсбармаклы бирсәткәләр бәйләп оҙата.

Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам итә.
Ағинәйҙәр ауыл халҡының, яҡташтарыбыҙҙың матди ярҙамдары менән былауҙар, быҡтырылған ит, маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, ҡотҡарыу браслеттәре үрә, ойоҡбаш-өсбармаклы бирсәткәләр бәйләп оҙата.
Әле кисә лә ярҙамсыл, тырыш ағинәйҙәр Мәхтимә Ишмулла ҡыҙы, Венера Хәкимйән ҡыҙы, Миңнур Исмәғил ҡыҙы, Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы яугирҙәребеҙгә сираттағы ылауға тип яугирҙәребеҙ яратҡан өй ризығы - туҡлыҡлы былау әҙерләп, вакуумлы пакеттарға тултырҙы.
Һуғым иттәре менән ярҙам итеүсе ағинәйҙәргә Алмабикә Хәсән ҡыҙына, Әминә Фәхрислам ҡыҙына, былауҙы әҙерләп бешереүсе Мәхтимә Ишмулла ҡыҙына ҙур рәхмәт.
Һеҙҙең әҙерләгән былауҙар һалдаттарыбыҙға барып етеп, уларҙың ризыҡтарына ҡушһын, Аллаһ бирһә!
Гел шулай ярҙамсыл булып ҡалығыҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, Аллаһ бирһә!

Беҙ фронтҡа ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!
Беҙ фронтҡа ярҙам итергә һәр саҡ әҙер!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас