+10 °С
Облачно
Ишей ауылы ирекмәндәре даими рәүештә яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Кисә улар тағы ла бергә тупланып, ҙур күләмдә гуманитар посылка әҙерләне. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар маскировкалау селтәре үргән. Уның өсөн уларға 3 сәғәт талап ителгән. Шулай уҡ ҡалған ирекмәндәр ике ысул менән вакуумлы пакеттарҙа былау әҙерләгән. Белеүегеҙсә, әҙер өй ризығын яугирҙәр "Баймаҡ былауы" тип яратып атай. Әҙер посылкалар ошо арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.