Мәрхәмәтлек
17 Марта , 03:10

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Ниғәмәт биләмәһенә ҡараған дүрт ауыл ағинәйҙәре, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай мәсеттәренең имамдары Аҡморон ауылындағы "Ирәндек" ҡарттар йортона осрашыуға барҙы. Уны китапханасы Гөлбикә Сафа ҡыҙы йәнле итеп алып ойошторҙо. 

Ниғәмәт биләмәһенә ҡараған дүрт ауыл ағинәйҙәре, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай мәсеттәренең имамдары Аҡморон ауылындағы "Ирәндек" ҡарттар йортона осрашыуға барҙы. Уны китапханасы Гөлбикә Сафа ҡыҙы йәнле итеп алып ойошторҙо. Рәмил Сәфәрғәле улы аят уҡығандан һуң хәйер таратып сыҡтылар. Осрашыуҙы моңло һәм дәртле йырҙар, шиғырҙар биҙәне, күңелдәрҙе күтәрҙе. Тәрбиәләнеүселәр башҡарыуындағы матур йырҙа ҙа сараға йәм өҫтәне.
Осрашыу һуңында ихлас күңелдән алып килгән тәмле күстәнәстәр тапшырылды.
Икенсе Этҡол ауылы халҡы исеменән "Ҡурай", " Гөлназ" магазиндарына ҡуйылған "Изгелек ҡумта"ларына һалынған әйберҙәрҙе алып барҙыҡ, - тине ауылдың "Ағинәй" ойошмаһы рәйесе Көнһылыу Сөләймәнова. - Миңлеәхмәт Байтуринға  ауылдаштары айырым күстәнәс әҙерләп ебәргәйне.

Ҡарттар йортоноң бүлек мөдире  Юрий Николаевич Туленков бөтә хеҙмәткәрҙәр һәм тәрбиәләнеүселәр исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, һаулыҡ, эшебеҙҙә уңыштар теләне. Һуңынан ул ошондай осрашыуҙарҙың бик кәрәкле булыуын билдәләне.

Осрашыу юғары кимәлдә үтте һәм ул һуңғыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ. Сөнки бер күрешеү - үҙе бер ғүмер. Был изге эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сауаптары насип булһын.
Изге Рамаҙан айында ғына түгел, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас