3 декабрь- Халыҡ-ара мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө.
Ул көн ябай көн түгел, ә рухтары менән көслө булған кешеләр көнө. Улар үҙҙәренең сикләнгән мөмкинселектәренә ҡарап тормай, тормошҡа ҡыуаныс менән бағып, әүҙем тормош позицияһы алып барған кешеләр.
Бөгөн Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр өсөн бик матур сара үтте.
Улар өсөн мастер класстар ойошторолдо, хәситә, түшелдерек, буй юрған өлгөләре, сәс ҡырҡтырыу, ҡаш буятыу һәм эшләтеү мөмкинселеге булды. Был эштәрҙе, үҙ эшенең оҫтаһы булған Гөлмира Әхмәт ҡыҙы Янтурина йылда бушлай башҡара.
Сарала ҡатнашҡандарға иҫтәлеккә матур бүләктәр тапшырылды.
Беҙ һәр беребеҙгә ярҙамсыл, мәрхәмәтле, сабырлы булырға тейешбеҙ. Сөнки тап ошо сифаттар кешене кеше итә, донъяла изгелек орлоҡтары тарата.