- Һаумы, Разифам.
Ниһайәт, ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт уҙғас, ике әхирәт осрашты. Уларҙың береһенә – 97, икенсеһенә 99 йәш. Икеһе лә тыл һәм хеҙмәт ветераны. Разифа Вәлиәхмәт ҡыҙы Әмирова – Абдрахман, ә Шәрифъямал Заһретдин ҡыҙы Рафиҡова Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән. Уларҙың икеһенең дә бала һәм үҫмер саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килеп, ололар менән бер рәттән “Бөтәһе лә фронт өсөн!” девизы аҫтында үткән. Оҙайлы ваҡыттан һуң ике әхирәттең осрашыуҙарына шаһит булып, беҙ ҙә тулҡынландырғыс мәлдәр кисерҙек. Был көндө Разифа инәйҙең ҡыҙы Зилә апай әсәһенең әхирәте Шәрифъямал инәйҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған ине.
- Һин бит мылтыҡ кеүек тура кәүҙәле була торғайның. Бына хәҙер ҡалай булып ҡалғанһың..
- 99 йәш бит инде миңә...
Ике әхирәттең бер-береһе менән ҡайтанан танышыуына мәшәҡәтләмәҫ өсөн оҙаҡ ҡына ваҡыт уларҙы ситтән күҙәтергә мәжбүр булдыҡ. Ә инәйҙәрҙең әңгәмәһе һаман да: “Иҫләйһеңме?..”, “Хәтерләйһеңме?..” тип дауам итте.
Шәрифъямал инәй Рафиҡова Йәнйегеттә тыуып үҫеп, шунда йәшәй. Ҡыҫҡаһы, бар ғүмерен тыуған еренә кәрәкле кеше булып, иленә хеҙмәт итеп уҙғара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ололар менән бер рәттән 13 йәшлек кенә ҡыҙсыҡ та ҡайҙа эшсе ҡулдар талап ителә, шунда була. Дөрөҫөн әйткәндә, ул быуын вәкилдәренә һайланып тороу мөмкинлеге лә булмай. Баҫыусылыҡта ла, малсылыҡ тармағында ла фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа “Сибай” совхозының Йәнйегет бүлексәһенең фермаһында эшләй. Быҙау ҙа ҡарай, һауынсы ла була. Иртәле-кисле үҙенең ҡарамағына тапшырылған егерме биш һыйырҙы һауа. Бар эш ҡул көсө менән башҡарылғанлыҡтан, һауынсыларҙың ҡулдарынан биҙрә, көрәк, һәнәк төшмәй. Һыйырҙарҙы ҡарап тәрбиәләп, һыу эсереү, аҫтын таҙалау, һуңынан быҙаулатып алыу улар елкәһендә була. Шәрифъямал инәй ошо тармаҡта эшләп, 1982 йылда хаҡлы ялға сыға. Фиҙаҡәр хеҙмәте “Почет билдәһе” ордены, “Хеҙмәт ветераны”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” һәм Еңеү көнө уңайынан юбилей миҙалдары менән наградлана.
Шәрифъямал инәй берәү, ләкин берәгәй ул таба. Азамат ағай тормош иптәше Әнисә апай менән бәхетте ситтән эҙләмәй, тыуған ауылдарында ҡала. Икеһе лә мәктәптә эшләй. Оҙаҡ йылдар балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сығалар. Уларҙың ике ҡыҙы һәм бер улы бар. Шәрифъямал инәй ҙә бүлә һәм бүләсәр һөйөү бәхетен татый.
- Шәрифъямал апай әсәйемдең бер туған һеңлеһе, - тине Татлыбай ауылынан Зөлфиә Рыҫҡужина. – Үҙемде белгәнемдән апайымды хөрмәт итәм. Ул шул ҡәҙәр изге күңелле, уңған, тырыш ҡатын. Уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Бар ғүмерен эш өҫтөндә уҙғарып, хеҙмәте менән абруй яуланы. Үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан булған Шәрифъямал апайыбыҙ ғәҙеллек ярата. Бөгөн ул туғандар араһында көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ.
Разифа инәй Әмированың да ғүмере хеҙмәт менән тығыҙ бәйләнгән.
- Ҡайҙа кеше кәрәк, мине шунда ебәрә торғайнылар, - тине ул үҙе менән таныштырып. - Ситтән ярҙамға килгәндәргә лә мине бригадир итеп ҡуйҙылар. Сәсеү ваҡытында ла, уңыш йыйып алғанда ла уртаһында ҡайнаным. Һөт ташыусы булып та эшләнем. Үгеҙ егеп алам да, һөт тултырылған мискәләрҙе арбаға ултыртып, Йәнйегеткә китә торғайным. Унда ҡасан барып еткәнсе, кем ат егеп йөрөй, улар алдан сират ала. Мин үгеҙ менән булғас, сиратһыҙ индерегеҙ, тип алдан үтергә тырыша инем. Үткәрмәһәләр, һуғыша торғайным. Хәҙер үҙемә-үҙем аптырайым, ҡалай үткен булғанмын. Ул көс ҡайҙан килгәндер?
Разифа инәйҙең атаһы Вәлиулла Дәүләтбаев заманына күрә бик етеш йәшәгән ғаиләнән була. 1931 йылда репрессияға эләгә. Һөҙөмтәлә биш бала менән әсәһе урамда тороп ҡала. Уларҙың өс өйө, алты хужалыҡ ҡаралтыһы, өс һабаны, ун биш тырмаһы, ике кәсилкәһе, сәскесе, веелкаһы һәм молотилкаһы тартып алына. Шулай уҡ уларҙың хужалығында булған етмеш биш йылҡы, алтмыш һыйыр, ун ике үгеҙ, йөҙ ҙә утыҙ һарыҡ, илле кәзә лә күмәк хужалыҡҡа тапшырыла. 1937 йылда ғаилә башлығы аҡлана. Ләкин шул уҡ йылда ошаҡ арҡаһында ҡайтанан ҡулға алына һәм уға ҡарата иң ҙур яза сығарыла: “Атырға!” Һөҙөмтәлә 1937 йылдың 16 декабрендә Өфө ҡалаһында был ҡарар үтәлә. 1989 йылдың 16 майында Вәлиулла Дәүләтбаев тулыһынса аҡлана.
- Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, әсәйемде Инйәргә ағас ҡырҡыуға ебәрәләр, һуңынан миңә лә сират етте, ике йыл шунда эшләнем, - тине Разифа инәй. – Билдән ҡар кисеп, ҡолас етмәҫтәй йыуан-йыуан ҡарағайҙарҙы быса инек. Ятып-тороу урыны бик һыуыҡ ине. Теҙелеп кенә ятаһың, тороп китһәң урынһыҙ ҡалаһың. Көнө буйы һыуланып йөрөгән кейемде лә киптереп өлгөрмәйһең, иртәнсәк шуны кире кейеп сығып китәһең. Шундай шарттарҙа эшләһәк тә бер кем дә зарланманы. Сөнки бөтәбеҙ ҙә Еңеү өсөн тип тырыштыҡ.
Һуғыш йылдарында беҙҙең тарафтарҙа алтын йыуыу шахталары ла күп ине. Беҙ ауылдаштарым менән “Аҡназар” артелендә булдыҡ. Ул заманына күрә ҡеүәтле генә ине. Илебеҙ өсөн күп алтын оҙаттыҡ. Шул артелдә булған фажиғә бөгөн дә күҙ алдымда. Ер ишелеп, күп кенә хеҙмәттәштәрем шуның аҫтында ҡалды. Уларҙың: “Ҡотҡарығыҙ!” – тигән тауыштары бөгөн дә ҡолағымда сыңлаған кеүек.
Разифа инәйгә һуғыштан һуң да илде тергеҙеү өҫтөндә эшләргә тура килә. Үгеҙ егеп бесәнен дә, ташын да ташый. Тракторсы ҡыҙҙарға ла ярҙам итергә тура килә. Һуңынан малсылыҡ фермаһына килеп, һауынсы булып эшләй. Уңыш йыйып алыу ваҡытында иҫәпсе вазифаһын да үтәй.
1952 йылда Һындәүләт ауылы (Кәрешкә менән Байыш ауылдары урынлашҡан бөткән ауыл) егете Мөрит менән ғаилә ҡора. Һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе булып донъяға килгән улдары ике-өс көн генә йәшәп, мәрхүм була. Улар ете ҡыҙына ла матур тәрбиә, юғары белем биреп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Разифа инәй I, II, III дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалдары менән наградлана. Бөгөн ул Зәкирә, Мәүлиҙә, Мөкәрәмә, Мөнирә, Зифа, Әлфиә, Зилә ҡыҙҙарының һөйөүенә төрөнөп йәшәгән бәхетле әсә. Зилә апай әсәһен үҙ ҡанаты аҫтына алып, ҡәҙерле кешеһен бәләкәй бала кеүек кенә итеп тәрбиәләй.
Бөгөн Разифа инәйҙең ун дүрт ейән-ейәнсәре һәм ун һигеҙ бүлә-бүләсәһе бар. Балаларыңдың балаларын һөйөп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!
Был көндө ике әхирәттең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Әллә тағы күрешә алабыҙ, әллә юҡ, тип улар байтаҡ ҡына ваҡыт ҡулдарын-ҡулға тотоношоп ултырҙы. Бер береһенә бүләктәр биреп һөйөндө.
Бына хушлашыр мәл дә етте. 97 йәшлек әхирәтен оҙатып ҡалыу маҡсатында 99 йәшлек инәй ҙә кейенеп урамға сыҡты. Оҙаҡ йылдан һуң күрешкән ике әхирәт ҡулдарын болғай-болғай хушлашты.
Ә инде ике әхирәтте осраштырыуҙы маҡсат итеп алған Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе, мәҙәни ойоштороусы Ләйсән Әхмәҙуллина: “Ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты. Бер-береһенән сәләм тапшыра торғас, ике инәй күреште. Минән бурыс төштө”, - тип шатлыҡ йәштәре аша ҡыуанды.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотолары