Бөгөн Халыҡ-ара мәрхәмәтлек һәм изгелек көнө уңайынан Ғүмәр ауылының "Алтынай" балалар баҡсаһында сара үтте. Унда махсус хәрби операция яугирҙәре әсәһе Гөлсирә апай Исчурина ҡатнашты. Гөлсирә һәм Миңлевәли Исчуриндар дүрт малайға ғүмер бүләк итә. Улдары Динис һәм Әнис махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Үкенескә ҡаршы, Динис яуҙа батырҙарса һәләк була.
Сарала кескәйҙәр Гөлсирә апайға йыр һәм бейеү бүләк итәләр, шиғыр һөйләнеләр.
"Әсәгә бала ҡайғыһынан да ауыры юҡ. Шундай ваҡытта ауылдашыбыҙҙы саҡырып, уның менән аралашырға, күңелен күрергә теләп әлеге сараны үткәрҙек. Гөлсирә апай үҙе лә баҡсаға буш ҡул менән килмәгән, бәләкәстәргә төрлө тәмлекәстәр алып килгән ине. Форсаттан файҙаланып, тағы ла шуны әйтеп үтке килә, әлеге ваҡытта ауыл халҡының финанс ярҙамы менән балалар баҡсаһы янын кәртәләү эштәре бара. Ошо төҙөкләндереүгә уларҙың ғаиләһе 20 мең һум аҡса күсерҙе. Беҙ Исчуриндарға һәм үҙ өлөшөн индереүсе ауылдаштарға рәхмәтлебеҙ", - тине балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева.
Мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылып, батыр яугирҙәр тәрбиәләп үҫтереүсе ғәзиз әсә менән осрашыу балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр!