2017 йылдан 5 декабре Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө булараҡ билдәләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ошо хаҡта Указы бар. Ирекмән – йөрәге ҡушыуы буйынса эш итеүсе оло йөрәкле шәхес. Улар башҡарған эштәре өсөн аҡса алмай. Улар өсөн иң ҙур баһа – башҡаларҙың ихлас йөрәктән белдергән рәхмәт һүҙҙәре.
Махсус хәрби операция башланғас районда яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүселәр күтәрелеп сыҡты. Бөгөн һәр ауылда тиерлек маскировкалау селтәре үрәләр, йылы ойоҡбаш, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләйҙәр, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерәләр, ҡорот киптерәләр... Барлыҡ был эштәрҙең артында ауыл һәм ҡала халҡы тора. Айырыуса, ағинәйҙәр әүҙемлек күрһәтә. Уларға әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа ҡушыла.
Районыбыҙҙа иң әүҙемдәре тип Үрге Яйыҡбай, Билал, Ҡолсора, Ярат, Күгиҙел, Мерәҫ, Түбә, Ишбирҙе, Иҫке Сибай, Юлыҡ, Йомаш, Ишей, Бөрйәнйылға, Темәс, Сәйғәфәр, Икенсе Этҡол, Ғүмәр, Беренсе Этҡол һәм башҡа ауылдарҙағы ирекмәндәрҙең хеҙмәтен билдәләп китергә кәрәк. Ысын теләп әйткәндә, был исемлеккә бөтә ауылдар ҙа инә. Һәр береһендә яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында үткән йоҡоһоҙ төндәре, тынғыһыҙ көндәре бихисап уларҙың. Был тәңгәлдәге эштәр ике йылдан ашыу бара.
Бөгөн күптәр ирекмән булып йөрөгән өсөн аҡса түләнәме, тип һорай. Юҡ, түләнмәй. Киреһенсә, улар яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн сығымды үҙҙәре ҡаплай. Изге йөрәкле кешеләр өсөн бер ниндәй эш хаҡына өмөт итмәй башҡаларға ярҙам күрһәтеү – үҙе бәхет. Тап шундайҙар ғына ысын ирекмән булып китә ала.