-1 °С
Болотло
Учалы районы халҡы махсус операция яугирҙәре өсөн робот һатып алған, ул яралы хәрбиҙәрҙе эвакуациялау һәм төрлө йөктәрҙе алғы һыҙыҡҡа илтеү өсөн тәғәйенләнгән. Был хаҡта муниципалитет башлығы Руслан Ғиләжетдиновҡа һылтанма менән Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнеш ваҡытында һөйләнеләр.
Робот 250 килограмм йөктө күтәрергә һәләтле, тиҙлеге — сәғәтенә 25 километр. Механик ярҙамсы шулай уҡ инфраҡыҙыл лампочка һәм камера менән йыһазландырылған.
Сығанаҡ: