-1 °С
Болотло
Ошо көндәрҙә Баймаҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн сираттағы гуманитар ярҙамын ебәрәсәк. Шуға бәйле һәр ауыл халҡы уларға тәмле күстәнәстәрен туплай башланы. Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәре лә был мәрхәмәтлелектән ситтә ҡалманы. Улар бауырһаҡ, сөсө икмәк, сәк-сәк бешерҙе. Тәмле күстәнәстәргә ҡушып, изге доғаларын да улар еткерә. Һәр береһенә именлек теләп, тиҙерәк Еңеү яулап, әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.