Үткән аҙнала Ишбирҙе ауылы хакимиәте ә ҡараған өс ауыл һәүәҫкәр артистары тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты Юлыҡ һәм Сәйғәфәр ауылдарында үтте. Тамашасыларға ике сәғәттән ашыу лыҡ бай йөкмәткеле концерт программаһы күрһәтелде. Ҙур рәхмәт зал тултырып килгән тамашасыларға, матур сығыштары менән һөйөндөргән үҙешмәкәр әртистәребеҙгә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ойоштороусыларға, баянсы Йәмил Хасановҡа, мәктәп администрация һына, шофер ҙарға! Күрһәткән изгелегегеҙ, ярҙамығыҙ үҙегеҙгә изгелектәр булып ҡайтһын! Ошо концерт беҙҙе бергә йыйҙы, берләштерҙе! Илдәребеҙ тынысланып, хәрби операциялар тамамланып, ир - егеттәребеҙ иҫән - һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтып, бәхетле тормошта йәшәп китергә булһын инде, амин!
Зәбирә Халиҡова,
мәҙәни ойоштороусы.