8 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар» күргәҙмәһен ҡараны. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республика Хөкүмәте Рәйесе «Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу - бизнестың социаль яуаплылыҡ элементы» темаһына сығыш яһаны.
Башҡортостан Премьер-министры сығыш яһар алдынан «Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы» коммерция булмаған автономлы ойошмаһының генераль директоры Светлана Чупшева түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп үтте. Тап комплекслы ҡараш һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе уңышлы реабилитациялауҙың нигеҙе буласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды агентлыҡ етәксеһе.
- Шуны билдәләп үткем килә: инвалидтарҙың 70 проценты тәрбиәләү саралары, медицина һәм социаль реабилитация менән тулыһынса тәьмин ителмәгән. Уларҙың 38% техник реабилитация саралары менән тулы күләмдә тәьмин ителмәгән. Илдә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең 14 проценттан кәмерәге эшкә урынлаштырылған. Был өлкәлә үҫештең, яҡшыртыу өсөн ҙур потенциалдың барлығын күрәбеҙ һәм ошо форум сиктәрендә бөтә был моменттар, бөтә был аспекттар эксперттар һәм белгестәр менән бергә тикшерелер, тип ышанам. Ошо мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар тәҡдим итеү беҙҙең көсөбөҙҙән килә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Светлана Чупшева.
Форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Андрей Назаров, бизнестың социаль яуаплылығының мөһим аспекты булып, әлбиттә, «үҙенсәлекле» кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙың профессиональ үҫеше өсөн шарттар булдырыу тора, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республика предприятиелары бында яҡшы йолалар менән айырылып тора.
Форумда билдәләнеүенсә, бөгөнгө көндә «Кумпан Кафе» компанияһы ла насар ишетеүсе граждандар өсөн йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эш урындары булдырырға йыйына, шулай уҡ «Фабрик Косметик» предприятиеһы ишетеү буйынса 10 инвалидты эшкә ҡабул итәсәк.
Бөгөн республикала ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Социаль координатор» яңы пилот проектына старт бирелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Үҙ сығышын йомғаҡлап, республика Хөкүмәте Рәйесе, команданың эше генә эшлекле бәйләнештәрҙе нығытасаҡ, мохтаждарға һәм административ ҡаршылыҡтарға осрағандарға ярҙам һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ, тип баҫым яһаны.
- Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижади, рухи һәм профессиональ потенциалын тулы ҡеүәтенә тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү - беҙҙең төп бурыс. Республика бының өсөн мөмкин булғанын да, булмағанын да эшләйәсәк. Башҡортостан - тормошто яратыусылар өсөн! - тип йомғаҡланы Андрей Назаров.