8 ноябрҙә «Кәртәләрҙе емереп» бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн «Социаль координатор» проекты буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында өс яҡлы Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Хөкүмәттән документҡа - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, «Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы яғынан - Стратегик инициативалар агентлығының «Социаль проекттар» йүнәлешендәге «Тормош сифаты» дивизионы директоры Александр Пироженко һәм «Тоғро йүнәлеш» медицина ярҙамын эҙләү хәйриә хеҙмәте яғынан ойошманың генераль директоры Антон Яремчук ҡул ҡуйҙы.
- Әлеге Килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2025 йылға Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә комплекслы ярҙам системаһын булдырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға ярҙам күрһәткәндә төбәктә мультидисциплина командаһының эшен координациялау ойоштороласаҡ, бындай граждандарға ярҙам итеү маршруттарының шаблондары билдәләнәсәк, шулай уҡ был йүнәлештә иң яҡшы тәжрибәләр йыйыласаҡ, - тине Андрей Назаров.
«Кәртәләрҙе емереп» форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышы барышында Башҡортостандың социаль яуаплы эш биреүселәре лә бүләкләнде. Лайыҡлы наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡулынан Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко, «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы директоры Марат Ноғоманов, «Альтернатива» пластмасса изделиелар етештереү заводы генераль директоры Раил Фәхретдинов, шулай уҡ «Газпром трансгаз Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов алды. Ойошмалар инклюзив йәмғиәтте үҫтереүгә өлөш индергән һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн заманса шарттар булдырған өсөн юғары наградалар алды.
Пленар ултырыш бер юлы төбәктең бер нисә предприятиеһы һәм ойошмаһы: Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, «Альтернатива» пластмасса изделиелар етештереү заводы, «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы, «Фабрик Косметик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Милли инклюзив килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Эш биреүселәр ошо килешеүҙәргә ҡул ҡуйғанда кампания өсөн инклюзияның мөһимлеге, инклюзия кәрәклеге һәм уны үҫтереү өсөн аҙымдар яһарға әҙерлеге хаҡында белдерә.
Фотоһүрәт авторы Альберт Заһиров.