Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
20 Октября , 04:42

Атай - ғаилә тоҡаһы

Таулыҡай мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары, класс етәкселәре Әнүзә Таһир ҡыҙы Азаматова менән Атайҙар көнө уңайынан матур сара үткәрҙе. Бай йөкмәткеле байрам һәр кем күңеленә хуш килде. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Таулыҡай мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары Атайҙар көнө уңайынан мәктәпкә "Атайлы бала-арҡалы" исемле эстәлекле сара үткәрҙеләр.
Өлгөлө, татыу, күп балалы ғаилә башлыҡтары Сәлихов Айсыуаҡ Йәноҙаҡ улы, Моталлапов Таһир Замир улы, Байегетов Дамир Әмир улы эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан сараға килеп, балаларын ҡыуандырып ҡайттылар.
Сара барышында атайҙар менән уҡыу, үҫмер, студент саҡтары, нисек ғаилә ҡороуҙары, һөнәрле булып, эшләп йөрөүҙәре тураһында матур әңгәмә ҡорҙоҡ. Уларҙың һөйләгәндәре тәрбиәүи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Юҡҡамы ни "Атайҙың һүҙе-аҡылдың үҙе" тимәйҙәр.
Класыбыҙҙың атайҙары бар яҡтан өлгөлө. Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы Солтанов Наил Рәшит улы сарала була алманы, ул үҙенең "тимер атында" хужалыҡ ерҙәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Сәләмәт тормош алып барған, өлгөлө ғаилә башлығы Шоңҡар Морат улы Ишкинин да ҡырҙа эштә булып ҡалды.
Уҡыусылар атайҙар тураһында иншаларын, оло ғорурлыҡ менән уҡынылар, ҡәҙерле кешеләренә йыр бүләк иттеләр.
Атайҙар өсөн "Атай аш һыу бүлмәһендә", малайҙар өсөн " Мин дә үҫкәс һалдат булам" уйындары бик мауыҡтырғыс, күңелле булды.
Уҡыусылар шулай уҡ атайҙарға ҡотлау хаты яҙып, атайҙар яҙыу буйынса балаларын танырға тейеш ине. Был уйын да барыһының да күңеленә хуш килде.
Байрам сараһы, матур йырҙар, шиғырҙар, теләктәр менән үрелеп барҙы.
Барлыҡ атайҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ.
Ғаиләгеҙҙең ныҡлы терәге, ышанысы булып, бәхеткә -шатлыҡҡа төрөнөп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Балаларыбыҙ атай наҙын тойоп үҫһен. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Әнүзә Азаматова, класс етәксеһе

Автор:Альбина Байзигитова