Фәйзуллина (Рәхимғолова) Зөһрә Ғәбитулла ҡыҙы 1978 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлай. Һуңынан Сибай педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын балалар бақсаһында тәрбиәсе булып башлай. Артабан мөдир булып эшләй.
1994 йылында Баймаҡ интернат-мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй башлай һәм 2020 йылд хаҡлы ялға сыға. Был дәүерҙә ул тиҫтәләгән кластарҙы алып, тәрбиәләп сығара.
Педагогик эшендә халыҡ педагогикаһына таянып, милләтебеҙҙең ижады өлгөләрен ҡуллана. Фольклор – үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы булараҡ, киләсәк быуынды милли традицияларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолалар нигеҙендә тәрбиәләүгә таянып эш итә. Балаларҙың һәләтен асыуға, үҫтереүгә Зөһрә Ғибәтулла ҡыҙы ҙур иғтиабр бирә.
Оҙон көй, фольклор, ҡумыҙсылар түңәрәктәрен алып бара.
Район, ҡала кимәлендәге конкурстарҙа алдыңғы урындар алыу балаларзы дәртләндереп генә ҡалмай, уларҙың күңелен, рухын байыта, киләсәккә ынтылышын үстерә.
Зөһрә Ғибәтулла ҡыҙының утыҙ йылдан ашыу ғүмере Баймаҡ интернат-мәктәбе менән бәйле. Ул юғары категориялы тәрбиәсе, Башҡортостан Республикаһынын Мағариф отличнигы.