Баймаҡта Сөләймәновтар ғаиләһен уҡытыусылар динсатияһы, тип беләләр.
Сөләймәнов Хәмзә Йомағужа улы 1924 йылда 1-се Этҡол ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Темәс педтехникумына уҡырға инә. 1942 йылда армияға саҡырыла. Пехота училищеһында уҡығандан һуң йәш офицерҙы фронтҡа ебәрәләр. Лейтенант Сөләймәнов Воронеж, Украина фронттарында һуғыша, пулеметсылар ротаһы менән командалыҡ итә. Хәмзә Йомағужа улы - Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. 1946 йылда ул математика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1948 йылда ул Икенсе Этҡол ауылында тыуған рус һәм немец телдәре уҡытыусыһы Маликова Таңһылыуға өйләнә. Төрлө йылдарҙа комсомолдың район комитетының икенсе секретары, балалар йорто директоры, мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Пенсияға сыҡҡанға тиклем, ҡырҡ йылға яҡын балаларҙы математика һәм физика фәндәренән белем бирә.
Сөләймәнова (Маликова) Таңһылыу Хажиғәли ҡыҙы 1928 йылда тыуған. Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Икенсе Этҡол мәктәбендә эшләй башлай. 1947 йылда уны Беренсе Этҡол ауылына эшкә ебәрәләр. Таңһылыу Хажиғәле ҡыҙы балаларҙы рус һәм немец телдәренә өйрәтә.
Сөләймәновтарҙың балалары улар:ың юлын лайыҡлы дауам итә.
Сөләймәнова-Хәйретдинова Асия Хәмзә ҡыҙы (1949-1996) Икенсе Этҡол һәм Ишбирҙе мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, 27 йыл стаж туплаған.
Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы 1957 йылдың 26 майында 1-се Этҡол ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң СДПИ-ның филология факультетына уҡырға инә. 1979 йылдан пенсияға киткәнгә тиклем Икенсе Этҡол мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы - юғары категориялы уҡытыусы, БР Мәғариф отличнигы (2005), БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт Хаттары менән бүләкләнгән (2009, 2010 йй.)
Сөләймәнов Хәлит Хәмзә улы - физкультура һәм тарих уҡытыусыһы, Беренсе Этҡол урта мәктәбе директоры (1994-1998) булып эшләй. 1998 йылда Хәлит Хәмзә улы Баймаҡ мәғариф бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000 й.)
Сөләймәнова-Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Бөрйән районының Байназар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Стажы - 37 йыл. БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010 й.)
Педагогик династияның өсөнсө быуыны булып Көнһылыу Хәмзә ҡыҙының ҡыҙҙары Лена һәм Айһылыу тора.
Шәйхисламова Айһылыу Зиннәтулла ҡыҙы БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһында уҡытыусы-логопед булып эшләй. Айһылыу Зиннәтулла ҡыҙы юғары квалификация категорияһына эйә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри һәм коррекция-белем биреү процесын ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн почет грамоталары менән бүләкләнә.