Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
5 Октября , 10:15

Оло йөрәкле уҡытыусы

Йәнбәкова Алма Хажмөхәмәт ҡыҙы 1952 йылдың 2 декабрендә Баймаҡ районының Һәмән ауылында ҙур ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. 1963 йылдын октябрендә Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға килә. 1970 йылда А.И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтының биология факультетына уҡырга инә. 1975 йылда юллама менән Миәкә районының Илсеғол мәктәбен килә һәм уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эш башлай. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Йәнбәкова Алма Хажмөхәмәт ҡыҙы 1952 йылдың 2 декабрендә Баймаҡ районының Һәмән ауылында ҙур ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. 1963 йылдын октябрендә Баймаҡ интернат-мәктәбенә уҡырға килә. 1970 йылда А.И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтының биология факультетына уҡырга инә. 1975 йылда юллама менән Миәкә районының Илсеғол мәктәбен килә һәм уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эш башлай.

1978 йылда Баймаҡ районы “Йылайыр” совхозында биология уҡытыусыһы, тәрбиә эштэре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын үтәй. 1996 йылдан тыуған мәктәбе - Баймаҡ интернатына ҡайта һәм биология фәненән белем бирә. Мәктәп яны баҡсаһында куп төрле емеш-еләк,йөҙҙән ашыу төрлө сәскәләр үҫтерелә.

2002 йылда уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.  2011 йылдан алып хаҡлы ялда.

Йәнбәкова Алма Хажмөхәмәт ҡыҙы - “Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы” (1993 й) исемен ала. Хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән баһалана.

Йәнбәкова Алма Хажмөхәмәт ҡыҙы - Хеҙмәт ветераны.

Оло йөрәкле уҡытыусы
Оло йөрәкле уҡытыусы
Автор:Лилия Такаева