+9 °С
Облачно
Назарова Динә Рушан ҡыҙы – Байым ауылы мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы. Әммә уның эшмәкәрлеге мәктәп менән генә сикләнеп ҡалмай, күпкә киңерәк ҡолас ала.
Динә Рушан ҡыҙы - беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе лә. Уның етәкселегендә тыуған коллективы өсөн республиканың төрлө матур мөйөштәренә походтар, экскурсиялар һәм сағыу концерттар ойошторола.
Динә Рушан ҡыҙы ике ул тәрбиәләй, уларға бөтә мөхәббәтен һалып тәрбиәләй. Ул 85 йәшлек атаһын да онотмай, уны хәстәрлек һәм иғтибар менән уратып ала. Уңған хужабикә лә. Донъяһын да гөрләтеп көтә. Яратҡан шөғөлө өсөн дә ваҡыт таба. Поход, концерт, сәйәхәт итеү - уның илһам сығанағы.