Һаҡмар
+9 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
2 Октября , 12:29

Альбина Вәкил ҡыҙы ябай ғына уҡытыусы түгел

Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Вәкил ҡыҙы Садыҡова заман менән бергә атлаған шәхес. Университетта алған белеме менән генә сикләнеп ҡалмай ул, төрлө яҡлап камиллашыу өҫтөндә лә эш алып бара. Дәрестә методик белешмә өсөн ҡулланыу өсөн фотоларҙы матурлап биҙәү маҡсатында фотошоп программаһын өйрәнә. Хәҙер инде был уның яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Был тәңгәлдә ул ун биш йыллыҡ бай тәжрибә туплаған. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Өмөтбай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Вәкил ҡыҙы Садыкова заман менән бергә атлаған шәхес. Университетта алған белеме менән генә сикләнеп ҡалмай ул, төрлө яҡлап камиллашыу өҫтөндә лә эш алып бара. Дәрестә методик белешмә өсөн ҡулланыу өсөн фотоларҙы матурлап биҙәү маҡсатында фотошоп программаһын өйрәнә. Хәҙер инде был уның яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Был тәңгәлдә ул ун биш йыллыҡ бай тәжрибә туплаған.

Фотолар сығарыуҙан ғына башланған эше бөгөн киң ҡолас алған. Ауылдаштарының, таныштарының һорауы буйынса төрлө яҙыуҙар, фотолар, һүрәттәр менән ҡотлау открыткалары эшләй башлай. Уларҙа матур шиғырҙар, ҡотлау текстары ла яҙыла.

Әйтергә кәрәк, Альбина Вәкил ҡыҙының дәрестәре лә шундай ҡыҙыҡлы йүнәлеш менән уҙа. Уның “Башҡортса әйт!”, “Синонимдар-антонимдар” морфология, синтаксис буйынса өҫтәл уйындарын уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уйнай.
Бөгөн ул яңы идеялар, маҡсаттар менән йәшәй.

 “Башҡорт телен уҡытыуҙа функциональ грамоталылыҡ” тигән методик ҡулланмаһын дәрестә киң ҡуллана. Уның уңайлы ла, файҙалы ла икәнлеген уҡыусылары ла баһалап өлгөргән.

 

Альбина Вәкил ҡыҙы ябай ғына уҡытыусы түгел
Альбина Вәкил ҡыҙы ябай ғына уҡытыусы түгел
Автор:Лилия Такаева