Ғүмеренең өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Әбделкәрим урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мостаева Вазифа Азат ҡыҙы бөгөн заман менән бергә атлаусы уҡытыусы ла, тынғыһыҙ ирекмән дә.
Ул шул уҡ ваҡытта биш йыл уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Уҡыусылары "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, "Игебай уҡыуҙары" конкурстарында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Вазифа Азат ҡыҙы махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ылау ебәреүҙә ҡатнаша. Мәктәптә, ауыл тормошонда маскировкалау селтәрен үреү, кәрәкле әйберҙәр йыйыу, әҙерләү, өй шарттарында бешерелгән ризыҡтар бешереүҙе ойоштороусы ла ул.
Улар менән бәйләнешкә сығып, хәлдәрен белешә, уларҙың ғаиләләре менән дә бәйләнеш тота. Мәктәптә батыр яугир егеттәр тураһында белешмә туплап, мөйөш булдырҙы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар үҙ телендә аралашыуҙы һағынған ағайҙарға йылы эстәлекле хаттар яҙалар.
Вазифа Азат ҡыҙы алты бала әсәһе булараҡ, яуҙа йөрөгән егеттәрҙе әсәйҙәрсә хәстәрлек күреп, ҡулынан килгәнсә алыҫ араларҙы яҡынайтып, уларға өй йылыһы бирергә тырыша.