Уйындар уҡыу йортоноң бер нисә майҙансығында барҙы. Бәйге ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә отрядтар хәрбиләштерелгән эстафета, стройҙағы командаларҙы дөрөҫ үтәү оҫталыҡтарын күрһәтеү, атыу әҙерлеге, радиация, химик һәм биологик матдәләрҙән һаҡланыу,килеп сыҡҡан ҡатмарлы шарттарҙа бирешмәү, тактик медицина, сыҙамлыҡ буйынса һынауҙар үтте. Егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың стройҙа үҙҙәрен дөрөҫ тотоуҙары, Тыуған ил тураһындағы рухлы йырҙары ҡунаҡтарҙа һоҡланыу уятты. Ярыштың һәр төрө мауыҡтырғыс һәм сәмле барҙы. Командаларҙың яҡшы әҙерлек менән килеүҙәре күренеп тора ине. Икенсе өлөштә отрядтағы егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен хәрбиҙәр, командирҙар, штурмлаусылар, БПЛА операторҙары, элемтәселәр, медиктар, саперҙар ролендә һынаны. Был ярыштар аша улар үрҙә һаналған һөнәр эшенең нескәлектәре тураһында тағы ла күберәк белде.
Уйын һөҙөмтәләренә килгәндә, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының «Алға, Баймаҡ» командаһы беренсе урынды яуланы. Егеттәрҙе бәйгегә «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәресе уҡытыусыһы Инйәр Биктимеров әҙерләгән. Икенсе урынға Урал аръяғы агроинженерия колледжының «Юлдыбай» отряды лайыҡ булды(етәкселәре - директорҙың тәрбиәүи эштәре буйынса кәңәшсеһе Нәзирә Биксаева). Ейәнсураның «Штурм» командаһы (етәкселәре - директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе Рәсилә Кузяшева) өсөнсө урын яуланы. Сарала ҡатнашыусылар күңелле һәм мауыҡтырғыс уйынды үткәреүсе «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһына, райондың мәғариф бүлегенә, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына һәм тәмле аш-һыуҙары менән һыйлаусы ашнаҡсыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Алға, Баймаҡ» командаһы баш ҡалала үтәсәк «Зарница 2.0» төбәк-ара конкурсында төбәк данын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.