Һаҡмар
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
9 Апреля , 03:30

Күңелле спорт сараһы үтте

Кисә Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында «Атайҙар ҡоро» тарафынан космонавтар көнөнә арналған өҫтәл теннисы буйынса мәктәп беренселеге үтте.Уйындар бик сағыу һәм күңелле барҙы. Ярышта ата-әсәләрҙең ҡатнашыуҙары был сараға йәм өҫтәне һәм уҡыусыларға тағы ла нығыраҡ спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырға үрнәк булды. Ярыш көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәләргә килгәндә...  

Һөҙөмтәләргә килгәндә, атайҙар араһындағы шәхси беренселектә:
1 урын - Бикмәтов Рәил
2 урын - Басыров Азамат
3 урын - Йортбәков Рәсих

 

Уҡыусы егеттәр араһындағы шәхси беренселектә:
1 урын - Фазуллин Нурислам (11А)
2 урын - Хисмәтуллин Айгизәр (8Б)
3 урын - Ғүмәров Ильяс (8Б)

 

Әсәйҙәр араһындағы шәхси беренселектә:
1 урын - Ҡасҡынова Ғәлиә
2 урын - Йортбәкова Гөлсинә
3 урын - Шәймөхәмәтова Эльвира

 

Уҡыусы ҡыҙҙар араһындағы шәхси беренселектә:
1 урын - Ғәлинә Наҙгөл (10Б)
2 урын - Миңғәлиева Зөлхизә (7Б)
3 урын - Иҫәнова Ынйы (7ш)

 

Командалар араһында:
1 урын - Рәсих һәм Нәргизә Йортбәковтар
2 урын - Рәил һәм Зөлхизә Миңғәлиевтар
3 урын - Артур һәм Батырйән Иҫәновтар

 

«Иң өлкән уйынсы» - Бикмәтов Рәил
«Иң йәш уйынсы» - Яҡшыбаева Ильфиә (7ш)

 

Мәктәп коллективы спонсор булараҡ бүләктәр алыусы атайҙар ҡороноң активы Айнур Ғүмәровҡа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас