Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель , 16:40

Сая ҡыҙҙар һынау тотто

«Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Һомай-2026» район бәйгеһе үтте. «Урал мәктәбе» проекты сиктәрендә ойошторолған был конкурс быйыл икенсе тапҡыр үткәрелде. Унда береһенән-береһе зирәк, үткен, сая, һылыу 16 ҡыҙ ҡатнашты. Бәйгеселәр алдында дүрт һынау торҙо. Ҡыҙҙар баһалама ағзаларын үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади һәләттәрен күрһәтте, тапҡырлыҡ, отҡорлоҡҡа ҡоролған интеллектуаль турҙа ҡатнашты, башҡорт ҡыҙҙарына хас милли кейем, биҙәүестәр менән дефиле күрһәтте.

Баһалама ағзалары бәйгеселәрҙе төрлө номинацияларҙа билдәләне. Шулай итеп, Әбделкәрим һәм Сыңғыҙ ауылдарынан Алтынай Әбсәләмова һәм Асель Самарбаева - «Йор һүҙле һылыу», Юлыҡтан Әҙилә Маннапова - «Иң мөләйем», ҡаланың «Йондоҙло» балалар баҡсаһынан Нурания Ишбирҙина - «Иң һөйкөмлө», Ниғәмәттән Диниә Йосопова - «Иң зирәк һылыу», Темәстән Самира Тажетдинова менән ҡаланың «Миләш» баҡсаһынан Фаягөл Мансурова - «Йырсы һылыу», Икенсе Этҡолдан Руфина Яҡупова - «Рухлы йөрәк», ҡаланың «Толпар» балалар баҡсаһынан Мәҙинә Байегетова - «Нәзәкәтле һылыуҡай», 5-се һанлы мәктәп янындағы балалар баҡсаһы тәрбәләнеүсеһе Гөлдәниә Фазлыева һәм  Иҫке Сибайҙан Яҙгөл Мәхмүтова - «Этно-стиль», Билалдан Гөлсирә Әминева - «Иң һомғол», ҡаланың «Әкиәт» балалар баҡсаһынан Суфия Йылҡыбаева - «Бейеүсе һылыу», ҡаланың «Күбәләк» балалар баҡсаһынан Нәйлә Усманова - «Сая һылыу», «Айыуҡай»ҙан Нурзилә Байғужина - «Юғары оҫталығы өсөн», Түбәнән Айзилә Әбйәлилова «Дәртле һылыу» номинацияларында билдәләнде.

Шулай уҡ ҡуйылған мәрәйҙәр буйынса еңеүселәр билдәләнде. Гран-при Иҫке Сибай ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаһынан Яҙгөл Мәхмүтоваға бирелде. Ул «Һомай-2026» исеменә лайыҡ булды. «Айыуҡай» балалар баҡсаһынан Нурзилә Байғужина беренсе урынды яуланы. 5-се мәктәп янындағы балалар баҡсаһынан Гөлдәниә Фазлыева менән Әбделкәримдән Алтынай Әбсәләмова икенсе урындарҙы бүлеште. «Толпар»ҙан Мәҙинә Байегетова менән «Йондоҙло»нан Нурания Ишбирҙина өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

 

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас