Ғүмәр ауылының «Алтынай» балалар баҡсаһында ошо ауылда тыуып үҫеп, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Динис Исчурин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды. Сарала яугирҙең ата-әсәһе, «Ватан һаҡсылары» фондының социаль кординаторы Гөлназ Заманова, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Р.Үҙәнбаев, мәрхүмдең уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Сараны тәрбиәсе Миңзәлә Үҙәнбаева ойошторҙо. Ҡунаҡтар балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан эшләнгән «Беҙҙең яҡташтар - махсус хәрби операция яугирҙәре» мөйөшө менән ҡыҙыҡһынды. Унда ауылдан яуҙа ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең фотоһы, улар тураһында белешмә, яуҙа ҡулланылған ҡорамалдар, һауыт-һаба, кейемдәр урын алды. Кисәлә ҡатнашыусылар Динис Миңлевәли улының бала сағына, тормош юлына туҡталды, хәрби хеҙмәттәге батырлыҡтары тураһында һөйләне.
Ул 1985 йылдың 18 июнендә Гөлмирә һәм Миңлевәли Исчуриндар ғаиләһендә тыуа. 1992-1994 йылдарҙа Ғүмәр башланғыс, 1994-2000 йылдарҙа Ярат урта мәктәптәрендә белем ала. Артабан Сибай педагогия училищеһының «Технология һәм хеҙмәт» факультетында уҡый. 2005 йылда әрмегә алына. Тәүҙә Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт итә, бер йылдан Төньяҡ Кавказға ебәрелә. 2007 йылда контракт төҙөп, Чечен һуғышында ҡатнаша. Өлгөлө, намыҫлы хеҙмәте өсөн «Хәрби берләшмә өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 2008 йылда хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайта. Ләкин махсус хәрби операция башланғас, ситтә тороп ҡалырға теләмәй батыр егет, 2024 йылда контракт нигеҙендә яу биләмәһенә юллана. Донецк Халыҡ Республикаһында мотоуҡсылар взводында командир ярҙамсыһы, мотоуҡсылар бүлексәһе командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ләкин, үкенескә ҡаршы, 2024 йылдың 3 июнендә батырҙарса һәләк була. Үҙе үлгәндән һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә.
«Динис бала саҡтан аҡыллы, тәртипле, тырыш уҡыусы булды. Башлаған эшен аҙағына тиклем еткереп ҡуя торғайны. Арабыҙҙан иртә китеүе үкенес. Яугирҙең ата-әсәһенә, яҡындарына түҙемлек теләйем», - тине мәрхүмдең тәүге уҡытыусыһы Әлфиә Йомағужина.
Сара герой иҫтәлегенә кескәйҙәр араһында ойошторолған шашка ярышын да үҙ эсенә алды. Балалар сәмләнеп, тырышып уйнаны. Еңеүселәргә миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Морат Әхмәтовтың ҡурайҙа уйнаған «Батырҙар» көйө сараға йәм өҫтәне.
Герой партаһын асыу сараһында ҡатнашыусылар «Изгелек ҡумтаһы»на аҡса һәм кәрәкле әйберҙәр һалып, яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләүҙә үҙ өлөшөн индерҙе.
Динис Исчуриндың исеме мәңгеләштерелде. Эйе, батыр үҙе үлһә лә, исеме халыҡ телендә, халыҡ күңелендә.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.