Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Март , 14:40

Беҙ - бергә!

Үрге Таулыҡай ауылының мәктәп һәм балалар баҡсаһы коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам тупланы...

Таулыҡай ауылы халҡы махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләүҙә һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Ауылда "Уңғандар" һәм "Аҡйондоҙ" ирекмәндәр төркөмө уңышлы эшләй. Кисәге көн изге эшкә Үрге Таулыҡай мәктәбе коллективы ла ҡушылды. Уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм кескәй тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре яугирҙәргә көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ түлек тупланы. Уҡыусылар тыуған яҡ сәләмдәрен итеп, күңел түренән сыҡҡан изге теләктәрен еткереп хаттар ҙа яҙҙы. "Яугирҙәребеҙгә посылкалар имен барып етһен, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып яугирҙәр иҫән-һау ҡайтһындар", - тигән теләктәрен дә еткерҙе улар. Эйе, Беҙ - бергә. Күңелебеҙ, уйыбыҙ менән бергә.

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас