Бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, иң күп балл йыйып, Иҫке Сибай ауылынан Даян Утарбаев еңеүсе тип танылды. Рухлы, ҡыйыу, башҡорт телендә таҙа һөйләшкән Даян «Башҡорт малайы-2026» исеменә лайыҡ булды.
«Мине конкурсҡа уҡытыу-тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Юлиә Ваһапова алып килде. Конкурс барышы һәм башҡа яҡтан килгән малайҙарҙың сығыштары оҡшаны. Бәйгегә мине әсәйем Әнисә Мисбәх ҡыҙы әҙерләне. Еңергә, тигән маҡсат менән килгәйнем. Гран-при алыуыма бик шатмын», - тине Даян Утарбаев.
Беренсе урын Айназ Абуллинға бирелде. Рамаҙан Гәрәйев менән Баязит Зәйнуллин икенсе урындарҙы бүлеште. Данир Хәсәнов, Ислам Йәнгилдин, Арсен Тотманов өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
Ғәҙел Абдуллин «Өмөтлө малай», Радмир Мусин «Иң тырыш малай», Раян Рәхимов «Иң батыр малай», Динислам Самарбаев «Бейеүсе малай», Шамил Арыҫланов «Ҡыйыу малай», Мирйән Мәжитов «Иң отҡор малай», Айназ Кейекбирҙин «Рухлы малай» номинациялары еңеүселәре булды. Бәйге тураһында ентекләберәк гәзиттең киләһе һанында.