«Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр-2026» район бәйгеһе үтте. Рухлы конкурста ҡаланың «Әкиәт», «Күбәләк», «Толпар», «Йондоҙло», 5-се мәктәп янындағы, Ниғәмәт һәм Сәйғәфәр ауылдарындағы балалар баҡсаларынан 9 бәйгесе ҡатнашты. Улар эшен мәртәбәле жюри ағзалары Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, район мәғариф бүлеге методистары Эльвира Оморҙаҡова һәм Әлиә Ғәббәсова баһаланы. Сараны «Айыуҡай» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Рәйсә Исмәғилева алып барҙы.
Милли кейемдәрҙәге башҡорт малайҙарының таныштырыу ваҡытында ғорур баҫып тороуҙарын ҡунаҡтар көслө алҡыштарға күмде. Иң беренсе бәйгеселәр үҙҙәре менән таныштырҙы. Малайҙар яратҡан шөғөлдәрен, ғаиләһе тураһында шиғыр юлдары аша еткерҙе. Шулай уҡ шәжәрәгә туҡталып, ете быуындарын белеүен иҫбатланы. Беренсе һынауҙа береһе лә ҡаушап ҡалманы, һәр береһенең сығышы маҡтауға лайыҡ ине.
Икенсе һынау интеллектуаль уйын формаһында үтте. Унда бәйгеселәр зирәклек, тапҡырлыҡта көс һынашты. Уйын өс өлөштән торҙо. Тәүгеһендә балалар пазлдарҙы дөрөҫ төҙөргә, унда һынланған герой-батырҙарҙың исемен белергә тейеш ине. Икенсеһендә - лабиринт буйынса Урал батырҙың Һомайға тиҙ һәм буталмай барыу юлын күрһәтте малайҙар. Тапҡырлыҡҡа ҡоролған өсөнсө уйын «Рәттәрҙе дауам ит» исемле логик мәсьәлә булды. Баһалама ағзалары эштәрҙе ҡарап, мәрәйҙәр ҡуйҙы.
Ижади һынау этабында бәйгеселәр ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен артист итеп күрһәтте. Данил Иҫәндәүләтов «Мин башҡорт балаһы», Ильяс Ишембәтов «Яңы йыр», Редаль Юнысбаев «Родина моя», Нурсолтан Һибәтуллин «Тыныслыҡ», Дияр Нәбиуллин «Айҙар-ғынайым» йырҙарын бик оҫта башҡарҙы. Искәндәр Йәнбәков һәм Салауат Йәнәлин дәртле бейеүҙәре, Алсын Иҫәнғолов «Мин үлмәнем, башҡорттарым» шиғыры менән ҡунаҡтарҙы әсир итте. «Батыр егеттәр генә түгел, ысын артистар ҙа үҫә!» - тине улар тураһында тамашасылар һоҡланыуҙарын йәшерә алмай.
Малайҙар үҙҙәрен ижади яҡтан, зирәклек, отҡорлоҡ буйынса һынап ҡына ҡалманы, көстәрен дә күрһәтте. «Таш ташлау» бәйгеһендә малайҙар сепрәк материалдан эшләнгән ҙур һәм ауыр «таш»ты оҙонлоҡҡа ташлап ярышты. Иң көслөһө булыр өсөн улар бар хәлдәренсә тырышты. Был юлы ла, береһенән-береһе уҙҙырып, бирешмәне малайҙар.
Башҡорт халҡы элек-электән ат яратҡан, ат йәнле булған. Атай-олатайҙар малайҙарын кесе йәштән атҡа һыбай ултыртҡан, уны ауыҙлыҡларға, егергә, йөрөргә өйрәткән. Шуға күрә бәйгеселәр алдында ла «Ат ҡороҡлау» һынауы торҙо. Малайҙар уйынсыҡ атҡа түңәрәк кейҙереп, ҡороҡланы. Эштәр тиҙлеккә ҡарап баһаланды.
Шулай итеп, бер нисә төр ярышты үҙ эсенә алған бәйге бик мауыҡтырғыс, ойошҡанлы үтте. Баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булмағандыр. Сөнки малайҙарҙы конкурсҡа ныҡлы итеп әҙерләүгә тәрбиәселәр күп көс һалғаны күренеп тора ине. Ә балалар, уларҙың ышанысын аҡларға теләп, һәр береһе бик матур сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Сәйғәфәрҙән Редаль Юнысбаев (етәксеһе - Ф. Юнысбаева) - «Ҡыйыу батыр», Ниғәмәттән Нурсолтан Һибәтуллин (Р.Ғайсина) - «Баһадир батыр», «Әкиәт»тән Ильяс Ишембәтов (Ф.Сәйфуллина) - «Сәсән телле батыр», «Күбәләк»тән Данил Иҫәндәүләтов (М.Йәнбирҙина) - «Сәсән батыр», «Айыуҡай»ҙан Салауат Йәнәлин (Г.Дәүләтшина) - «Рухлы батыр», «Йондоҙло» балалар баҡсаһынан Алсын Иҫәнғолов (А.Килдеғошова) - «Мәргән батыр», «Толпар»ҙан Искәндәр Йәнбәков (Г.Юнысова) - «Иң зирәк батыр», 5-се мәктәп янындағы балалар баҡсаһынан Ирхан Ниғәмәтов (Д.Исмәғилева) - «Дәртле батыр», Иҫке Сибай ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаһынан Диәр Нәбиуллин (Ә.Утарбаева) «Отҡор батыр» номинациялары еңеүселәре булды. Шулай уҡ баһалама ағзаларының мәрәйҙәренә ҡарап, еңеүселәр билдәләнде. «Урал батыр-2026» исеменә ҡаланың «Күбәләк» балалар баҡсаһынан Данил Иҫәндәүләтов лайыҡ булды. Шәп, зирәк малай Гран-при яуланы. Беренсе урын «Толпар»ҙан - Искәндәр Йәнбәковҡа бирелде. «Айыуҡай»ҙан Салауат Йәнәлин өсөнсө урын яуланы. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин да сараға буш ҡул менән килмәгән ине. Ул Нурсолтан Һибәтуллинға, Редаль Юнысбаевҡа, Ирхан Ниғәмәтовҡа ҡоролтайҙың махсус бүләген тапшырҙы. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр, Дипломдар бирелде.
«Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, малайҙар араһында үткәрелгән «Урал батыр», ҡыҙҙар өсөн ойошторолған «Һомай һылыуы» район бәйгеләрен үткәреү матур традицияға әйләнде. Уның маҡсаты - балаларҙы рухлы итеп тәрбиәләү, сәхнәгә сығырға булышлыҡ итеү, уларҙың һәләттәрен күреү һәм артабан үҫтереү», - тине «Айыуҡай» балалар баҡсаһы мөдире Рәзинә Байегетова. Үҙ-ара аралашып, ярыштан һуң төрлө уйындарҙа ҡатнашып, саранан күтәренке кәйеф алып таралышты бәйгеселәр.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.