Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль , 14:30

«Теле барҙың-иле бар»

Темәс ауыл модель китапханаһында 9-сы синыф уҡыусылары өсөн (уҡытыусыһы Мусина Гөлзифа Кинйәбай ҡыҙы) Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Теле барҙың-иле бар » тип исемләнгән «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үтте.

✅Темәс ауыл модель китапханаһында 9-сы синыф уҡыусылары өсөн (уҡытыусыһы Мусина Гөлзифа Кинйәбай ҡыҙы) Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған «Теле барҙың-иле бар » тип исемләнгән «Алтын тирмә» интеллектуаль уйыны үтте.

 

✅Был уйын телевизион форматҡа оҡшатып 3 этапта үткәрелде. Уҡыусылар ике командаға бүленеп “Отҡорҙар”һәм “Зирәктәр”,көс һынашты. Һәр команда үҙенең исеме, девизы менән таныштырҙы.

 

✅Командалар “Уйла! Эҙлә! Тап!” турҙарында көс һынашты. 1-се, 2-се турҙа һорау-һынауҙарҙың үҙебеҙҙең республика, район тарихы,әҙәбиәте,мәҙәниәте ,халҡыбыҙҙың йолалары, теле, рухиәте менән туранан-тура бәйле булыуы отошло ине. Командалар араһында ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы.

 

✅3-сө турҙа клуб мөдире Урмантаева Айгөл Урал ҡыҙы “Серле һандыҡ” та ятҡан әйберҙәрҙең исемдәрен дөрөҫ табырға ҡушты. Был турҙа ла уйынсылар һынатманы, әйберҙәрҙең исемдәрен таптылар, башҡорт халҡының милле кейемдәре тураһында бик бай мәғлүмәт еткерҙеләр.

 

✅Өс этапта уҡыусылар дөрөҫ яуаптартар табып,уйын “Һә” тигәнсе үтеп китте.
Ҡыҙыу уйында «Зирәктәр» командаһы - 26 тәңкә, «Отҡорҙар» командаһы — 24 тәңкә йыйҙылар. Шулай итеп, уйын «Зирәктәр» командаһының еңеүе менән тамамланды.

 

Афарин уҡыусылар! Һәр ваҡыт үҙебеҙҙең телебеҙҙе,илебеҙҙе һаҡлайыҡ.

«Теле барҙың-иле бар»
«Теле барҙың-иле бар»
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас