Таулыҡай мәктәбендә Ватан һаҡсылары көнөнә арналған иҫтәлекле матур сара үтте.
Тәүге өлөштә хөрмәтле коллегабыҙ, мәғариф ветераны, Афган һуғышы яугире Яҡупов Илдар Ғәрифулла улы менән осрашыу булды.
Илдар Ғәрифулла улы уҡыусыларға тәрбиәүи яҡтан бик мөһим әңгәмә үткәрҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ мәктәп директоры Рифат Рәшит улы, уҡытыусылар Ғәзиз Йыһаннур улы, Рәшит Мөхәммәт улы сығыш яһаны. Осрашыуҙы Земфира Сәғәҙәт ҡыҙы йәнле итеп алып барҙы.
Сараның икенсе өлөшөндә Таулыҡай һәм Сыңғыҙ мәктәбенең егеттәр йыйылма командалары араһында "Йәгеҙ әле, егеттәр! " ярышы үтте.
Ярыш бик сәмле барҙы. Төрлө һынауҙарҙа егеттәр үҙҙәренең етеҙлеген, таҫыллығын, физик һәм хәрби яҡтан ныҡлы әҙерлектәрен күрһәттеләр. Ярыш бик дәртле барҙы. Ике командала ла еңеүгә ҡарата сәм көслө ине.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Таулыҡай мәктәбе егеттәре беренсе урынды яулауға өлгәштеләр💯🔥
Афарин, егеттәр!
Уҡыусы егеттәрҙе ярышҡа әҙерләүсе Ғәзиз Йыһаннур улына ҙур рәхмәт!
Уҡыусылар бөгөнгө сараларҙан бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алып, уңыштарға һөйөнөп таралыштылар.
Әнүзә Азаматова,
Таулыҡай мәктәбе уҡытыусыһы.