Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль , 15:05

Атайым - минең батырым

Билал ауылының балалар баҡсаһында кескәйҙәр һәм уларҙың атай-олатайҙары ҡатнашлығында "Атайым - минең батырым" исемле матур байрам үтте...

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Билал мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө (етәксеһе Мәрйәм Мәхмүтова) һәм бәләкәй төркөм (етәксеһе Дилбәр Сәғитова) әҙерләгән "Атайым - минең батырым" байрам программаһы бик бай һәм күңелле булды. Йыр-бейеүҙәр, мауыҡтырғыс уйындар менән үрелеп барған кисәгә кескәйҙәрҙең атайҙары, олатайҙары саҡырылды. "Һалдат булам!", "Ерҙән һалдат атлай", "Атайым" йырҙары, "Беҙ ауылдың шәп егеттәре", "Бейеүсе" һәм башҡа концерт номерҙары балаларҙан атайҙарына иң ҙур бүләк булды. Артабан балалар атайҙары менән бергәләп тышҡа уйнарға сыҡты. Һунарсы саңғылары менән ярышыу, балаларҙы санала алып йөрөү, граната ташлау кеүек ярышта ике команда ла алдынғылыҡты бирмәне. Таҫыллыҡ, берҙәмлекте билдәләгән уйындарҙа ла ҡатнаштылар. Мәҫәлән, "Пулемет таҫмаһы", "Танк", "Санитар" кеүек уйындар барыһына ла оҡшаны. Балалары менән байрамға килгән атайҙар, олатайҙар күңелле ял итеп, сабыйҙары өсөн ҡыуанып, илебеҙҙең тыныс, балаларҙың бәхетле, һау-сәләмәт булып үҫеүен теләп, байрамды ойоштороусыларға рәхмәт белдереп таралышты.

Райхана Булатова,

Билал ауыл китапханасыһы 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас