Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль , 16:32

Ҡаланың 3-сө мәктәбе директоры Заһит Сәфәрғәлин - "Һаҡмар ҡунағы" рубрикаһында

Һинән дә үтә ғүмер Минән дә үтә ғүмер. Ғүмерҙе ал-гөл итеп Йәшәп ҡалырға өлгөр... - тип «Бәйләнештә» селтәрендә өҙҙөрөп баянда уйнап,  йырлап торған ир-егет үҙенең моңло тауышы менән күптәрҙе һоҡландырғандыр. «Эх, уға ҙур сәхнәләргә сығыр кәрәк», «шундай моңло тауышлы», тине уның тураһында күптәр. Әммә ул сәнғәт юлынан китмәгән, ә йыр-моңдо бары юлдаш иткән. Һүҙ - 3-сө мәктәп директоры Заһит Сәфәрғәлин тураһында. Талантлы яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын - 45 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Тулыһынса сайтта:  

 - Заһит Замир улы, әңгәмәне башлар алдынан иң тәүҙә гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине? Ҡайҙа һәм ҡасан тыуҙығыҙ?

- Мин 1981 йылдың 9 февралендә районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе - Ишей ауылында Лилиә һәм Замир Сәфәрғәлиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгәнмен.

-  Ҡайҙа белем алдығыҙ?

- Башланғыс һәм төп дөйөм белемде тыуған ауылым мәктәбендә алдым. Ул йылдарҙы әле лә йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Бигерәк тә, беренсе уҡытыусым – Вәлимә Мазһар ҡыҙы Баймөхәмәтоваға сикһеҙ рәхмәтлемен.

-  Бәләкәй саҡта һеҙ ниндәй бала булдығыҙ?

- Малайҙар тик тормаҫ, шуҡ була инде ул... Беҙ, Завод урамы малайҙары, күмәк булдыҡ, ғаиләлә лә өс малай үҫтек. Күп ваҡытыбыҙҙы урамда уйнап үткәрә инек. Шуға күрә шуҡлығыбыҙ ҙа, эш боҙған ваҡыттар ҙа булғандыр инде(йылмая) Уйнап та, шул уҡ ваҡытта атай-әсәй ҡушып киткән йорт эштәрен дә теүәл генә үтәп ҡуя торғайныҡ.

- Ғаиләгеҙҙә гел малайҙар булған. Эштәрҙе нисек бүлешә инегеҙ? Малайҙар, ҡыҙҙар эше тип айырып ҡаранығыҙмы?

- Юҡ, малайҙар, ҡыҙҙар эше тип бүлешеп торманыҡ. Һыйыр ҙа һауҙыҡ, һөтөн дә айырҙыҡ, иҙән, һауыт-һабаһын да йыуҙыҡ.

 - Ауылдағы мәктәпте тамамлағас ҡайҙа уҡырға барҙығыҙ?

- 1996 йылда Сибай педагогия колледжының музыка уҡырға индем. Беҙҙең төп уҡытыусылыҡ сифаттарын, һөнәргә һөйөүҙе тап ошо уҡыу йорто тәрбиәләне.

-  Ниндәй һөнәр буйынса белем алдығыҙ? Ни өсөн тап был һөнәрҙе һайланығыҙ?

- Донъяла ике һөнәр генә Хоҙайҙан бирелә тиер инем: береһе - табип, икенсеһе -уҡытыусы. Уҡытыусы - иң ҡатмарлы, иң ауыр, шул уҡ ваҡытта донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе ул. Ә музыка бүлегенә килгәндә, быға йыр -моңға булған һөйөүем этәргес булғандыр.

-  Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа  һәм кем булып башланығыҙ?

- Ҡулыма диплом алғас, хеҙмәт юлымды 2001 йылда Ишей мәктәбендә  музыка уҡытыусыһы булып башланым. Унда ете йыл тирәһе эшләнем.

- Ә артабан?

- 2008 йылда Баймаҡҡа күсеп килдем. Ул ваҡытта минең алда ҡаланың ике мәктәбенә, мәҙәниәт, Эске эштәр  бүленә эшкә төшөү мөмкинлеге бар ине. Әммә мин, һис икеләнеүһеҙ,  3-сө мәктәпте һайланым һәм уҡытыусы булып эш башланым.

- Тап был мәктәп нимәһе менән үҙенә тартты?

- Ул ваҡытта Рәфил Рәсүл улы Йортбәков мәктәп директоры ине. Ул мине ихлас, алдынғы ҡарашлы, ябай етәксе булараҡ арбаны (йылмая).

- Ә үҙегеҙ етәксе  дилбәгәһен ҡасан ҡулға алдығыҙ?

- Байтаҡ йылдар уҡытҡандан һуң, 2023 йылдан  мәктәп директоры вазифаһын йөкмәттеләр.

- Етәксе эше ауырмы?

- Һәр эштең дә үҙ ауырлығы бар инде. Етәксе - үҙе бар яҡлап өлгө күрһәтеүсе, башҡаларҙың өлгөһөн, тәжрибәһен һанлаусы ла.

-  Белеүебеҙсә, һеҙ Баймаҡ телевидениеһында диктор, "Һаҡмар" гәзите редакцияһында баш мөхәррир булып та эшләгәнһегеҙ. Хәҙер мәктәптә. Ошо эштәрҙең күңелегеҙгә иң яҡыны ҡайһыныһы булды?

- Һәр өлкәнең үҙ нескәлектәре, әммә уларҙың һәр береһенән  тормош тәжрибәһе йыйылды, сыныҡтырҙы. Юлымда осраған һәр кеше  үҙенсә һабаҡ бирҙе...

-  Уҡытыусы һөнәрен һайламаһағыҙ, кем булып эшләр инегеҙ?

- Миңә гел генә табип һөнәре оҡшай торғайны. Бәлки, медицина юлын һайлаған булыр инем.

-  Һеҙ һәр яҡтан талантлы кеше. Күптәр һеҙҙе йырсы, баянсы булараҡ  белә. Сәнғәткә булған һөйөү ҡайҙан килә?

- Сәнғәткә һөйөү бала саҡтан уҡ килә. Бәлки, нәҫелдәндер. Сөнки атай-әсәйемдең дә тауышы моңло. Сәхнәгә сыҡмаһалар ҙа, мәжлестәрҙә йырлап ебәрәләр.  Шулай уҡ ҡәртәсәйем менән өләсәйем дә йыр-моң яратҡан.

-  Тәүге тапҡыр нисә йәштә йырланығыҙ?

- Башланғыс класта уҡығанда уҡ мәктәптә үткән сараларҙа, ауыл сәхнәһендә  йырлай башланым. Тәүге өйрәнгән йырым Салауат Низаметдиновтың  «Аҡ миҙгелдәр» йыры булды. Район кимәлендәге йыр бәйгеһенә уҡытыусым Фәйрүзә Ғүмәр ҡыҙы Йәнсәйетова өйрәткән  «Һеҙҙең өсөн» йыры менән сығып, еңеүсе булдым.

- Район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашҡанығыҙҙы ишетеп беләбеҙ, ни өсөн республика кимәлендәге йыр бәйгеләрендә лә үҙегеҙҙе һынап ҡарамайһығыҙ? Мәҫәлән, "Башҡорт йыры", " Ирәндек моңдары" һәм башҡалар...

- Әллә, был турала уйланғаным юҡ. Дуҫтар, туғандар өгөтләйҙәр ул..

- Ә шулай ҙа ниндәй йыр конкурстарында ҡатнашҡанығыҙ булды һәм уңыштарығыҙ?

- Бәләкәй саҡта «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» вокал конкурсында ҡатнашып, районда беренсе урын яуланым, Өфөөгә барып лауреат булып ҡайттым. Шулай уҡ «Һаҡмар һандуғасы» нда ла үҙемде һынап ҡарағаным булды.

-  Бер туған ҡустыларығыҙ ҙа йырлаймы?

- Ҡустыларым халыҡ алдында бик үк йырлап бармай. әммә күңелдәрендә бар, моңлолар. Урынын тура килтереп, йырлап та алалар.

-  Күңелегеҙгә ниндәй йырҙар яҡын?

- Йырҙың йыртығы булмай. Иң мөһиме, ихлас күңел менән башҡарыр кәрәк. Шулай ҙа халыҡсаныраҡ, тормош мәғәнәһен сағылдырған йырҙарға өҫтөнлөк бирәм.

- Үҙегеҙ йыр ижад итеп ҡарағанығыҙ, шиғырҙар яҙғанығыҙ юҡмы?

- Булғыланы. Ҡайһы ваҡыт мәжлестәрҙә йырлап та ебәрәм уларҙы. Тик улар күп түгел.

- Баян, гармунда уйнарға кем өйрәтте?

- Бәләкәй генә саҡтан гармун менән ҡыҙыҡһындым, гармунда уйнаған ағайҙарға һоҡлана инем. Бер мәлде мәктәпкә өр-яңы «Чайка» гармундары килтерҙеләр. Пионер бүлмәһендә күмәкләп «мәж» килеп шуларҙы тысҡылдатып, уйнап маташа инек (көлә). Ял көндәренә өйгә алып ҡайтабыҙ. Шулай итеп уйнарға өйрәнеп киттек инде. Һуңынан Сибайға уҡырға барғас , яйлап баянға күстем.

- Тамада булып эшләү теләге булғаны юҡмы?

- Баймаҡҡа күсеп килгәс тамада булып бер нисә йыл эшләп алдым,хатта күрше райондарға ла йөрөй торғайным. Әммә аҙаҡ, ваҡыт яғы ла тар булып, был шөғөлдө ҡалдырып торҙом...

- Һеҙ ҡунаҡҡа йәки берәй сараға барһағыҙ, һәр саҡ үҙегеҙ менән  баянығыҙҙы алаһығыҙ, ахыры?

- Эйе, баян, гармун һәр ваҡыт үҙем менән.

- Гәзит уҡыусыларын ғаилә хәлегеҙ менән дә таныштырып үтмәҫһегеҙме икән?

- Ғаиләлемен, Аллаға шөкөр. Кәләшем Дилара Зәки ҡыҙы менән ике ҡыҙ, бер малай тәрбиәләйбеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Зинира Өфө дәүләт медицина университетының 3-сө курсында белем ала, икенсе ҡыҙыбыҙ Самира - 5-се, улыбыҙ Басир - 2-се класс уҡыусылары.

- Балаларығыҙҙа ниндәй сифаттар тәрбиәләргә тырышаһығыҙ?

- Беҙ балаларҙы «Олоно - оло, кесене - кесе итегеҙ, ярҙамсыл булығыҙ. Һәр йөкмәтелгән эште  ысын күңелдән башҡарығыҙ. Шул саҡта  ғына ул килеп сығасаҡ», - тип өйрәтәбеҙ.

- Ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә тейеш тигән әйтем бар халыҡта. Ошоға ҡарата фекерегеҙ. (Һеҙ ошо өс нәмәне лә үтәгәнһегеҙ шикелле?)

- Аллаға шөкөр! Насип булғас үтәнек. Именлек кенә булһын.

-  Ниндәй спорт төрөн үҙ итәһегеҙ?

- Барыһы ла оҡшай. Шулай ҙа волейбол уйыны күңелгә нығыраҡ яҡын. Ҡышын саңғыла йөрөргә яратам.

- Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ.

-Буш ваҡытымды ғаиләмә бүлергә тырышам. Сөнки хәҙерге тынғыһыҙ заманда ғаиләгә ваҡыт ҡалмай ҙа ҡуя.

-  Аш-һыуҙан нимәгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

 - Ауыл балаһы булараҡ, итле ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәм.  

- Кешеләрҙә ниндәй сифатты үҙ итәһегеҙ?

-  Ихласлыҡты.

-  Һеҙ аралашыусан кешеме?

- Эйе.

- Дуҫтарығыҙ күпме?

- Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тигән мәҡәл дә бар. Аллаға шөкөр, дуҫтарым бик күп. Аралашып-ҡатышып йәшәйбеҙ.

-  Спиртлы эсемлектәргә ҡарашығыҙ?

- Ҡулланған хәлдә лә сама белеп ҡулланырға кәрәктер, тип уйлайым.

- Ваҡытты ҡайтарып булһа, нимәне үҙгәртер инегеҙ?

- Ваҡытты ҡайтарып булмай шул..

-  Тыуған ауылға йыш ҡайтаһығыҙмы?

- Эйе, тыуған ауыл ул – көс, дәрт, илһам ала торған урын. Тыуған яғыма, атай йортона ҡайтып атай-әсәйемдең хәлен белеп, уларға ярҙам итеү, бергәләп тәмләп сәйҙәр эсеү -  ул иң күңелле мәлдәрҙең береһе.

 - Һеҙ яңыраҡ иң күркәм, матур күркәм юбилейығыҙ - 45 йәшегеҙҙе ҡаршыланығыҙ. Дауам итегеҙ әле, һеҙҙеңсә, 45 йәш ул...

- Ир-егет өсөн көс-ҡеүәттең ташып торған сағы, дәртләнеп  йәшәр һәм  эшләр осор!

-  Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ?

- Алдан план ҡорорға яратмайым.

- Һеҙҙеңсә, нимә ул бәхет?

- Бәхет ул күп яҡлы төшөнсә. Ул  үҙеңде был тормошта табыу, ғаиләңдең һәм яҡындарыңдың һау-сәләмәт булыуы. Шулай уҡ дәртләнеп эшкә барып,  ҡыуанып яратҡан ғаиләң янына ҡайтыу ҙа - иң ҙур бәхет.

- Ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Заһит Замир улы. Артабан да әлегеләй ихлас, дәртле, әүҙем булығыҙ. Бөтөн изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Эшегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Альбина БАЙЕГЕТОВА әңгәмәләште.

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас